Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Февраль 2024, 05:14

Яңы мөмкинлектәр асыла

Яңы Ҡыйышҡы мәктәбе “Мәктәп инициативаһы” проектында ҡатнаша.

Яңы мөмкинлектәр асылаЯңы мөмкинлектәр асыла
Яңы мөмкинлектәр асыла

Яңы Ҡыйышҡы мәктәбе уҡыусылары мәктәптәрҙә инициативалы бюд­жетлау проекттарын һайлап алыу конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте. Конкурс сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итеп, уны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Мәктәптә тауыш биреү тамамланғандан һуң, субсидия алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн “Балалар инициативалары үҙәге” проекты һайланды. Балалар аралашыу, уҡыусылар Советы йыйылыштары һәм 3D моделдәр эшләү, музыка дәрестәре кеүек дәрестән тыш күнекмәләр үткәреү өсөн бина йыһазландырырға теләй.
Артабан конкурстың һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн уҡыусылар Советы, команда ағзалары һәм мәктәп хакимиәте тарафынан кәрәкле документтар әҙерләү буйынса әүҙем эш алып барыла.
- Проектыбыҙ лайыҡлы баһаланыр һәм команда менән бар көсөбөҙҙө һалып, идеябыҙҙы тормошҡа ашыра башларбыҙ. Ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр, проектыбыҙ иң яҡшылар иҫәбендә булыр, тип ышанабыҙ. Яңы уҡыу йылын мәктәптә күптән көтөлгән балалар башланғыстары үҙәген асыу кеүек шатлыҡлы ваҡиғанан башларбыҙ”, - ти команда капитаны, уҡыусылар Советы рәйесе Айгөл Бикташева.
Мәктәп уҡыусылары был проектта ҡатнашып, еңеп сығыу маҡсаты менән яна. Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, талапсан уҡыусыларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Марсель ӘКРӘМОВ.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас