2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителеү айҡанлы районда Ғаилә йылына старт бирелде. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип исемләнгән район күләмендәге ғаиләләр араһында спорт бәйгеһе үтте. Был сара һәр ғаиләлә сәләмәт, айыҡ тормошҡа ынтылыш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Сараны Ҡырмыҫҡалы ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең “Браво” бейеү коллективы асты. Бәйгене алып барыусы Гөлшат Ильясова ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, жюри менән таныштырып үтте. Уның составында муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов, райондың ғаилә хеҙмәтенең ғаилә менән эшләү буйынса белгесе Зилә Ҡоҙашева, Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһының социаль-мәҙәни эшмәкәрлеге менеджеры Ольга Исхаҡова, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең йәштәр менән эшләү буйынса баш белгесе Виктория Истратова. Мәртәбәле жюри ағзалары менән таныштырғас, райондың төрлө ауылдарынан килгән конкурсанттарҙы тәбрикләр өсөн һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаеваға бирелде. Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
- Ағымдағы йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә йылы беҙҙә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Асыҡ Академияһы сараһы менән башланып китте, сөнки ғаилә татыулығы, именлеге, берҙәмлеге, бәхете нәҡ ҡатын-ҡыҙҙан тора. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2024 йыл Йәштәр йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә бөгөнгө сарала йәш ғаиләләрҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Әлбиттә, конкурсанттарыбыҙға бәйгелә ҡатнашҡандары өсөн оло рәхмәтлемен һәм бөтәгеҙгә лә уңыштар юлдаш булһын,- тине.
Артабан алып барыусы сарала ҡатнашыусы командаларға һүҙ бирҙе. Спорт-уйын сараһында барлығы биш йәш ғаилә ярышты. Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы биләмәһенән Динислам, Лиана һәм Зәбир Баһауетдиновтар, Камил, Динара һәм Марат Ғизәтуллиндар (Ҡарлыман ауыл Советы), Самир, Айгөл һәм Рәсил Мирғәлиевтар (Ҡабаҡ ауыл Советы), Сабрина, Светлана һәм Илнур Әхмәҙиевтар (Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы) һәм Илсур, Дилара һәм Илнур Сафиндар (Боҙаяҙ ауыл Советы) командалары девиздар әйтеп, ярышҡа әҙерлеген белдерҙе.
Бәйге өс этапта барҙы: эстафета, конкурстар һәм викторина. Бәйгелә ҡатнашыусылар обруч, туп менән йүгерҙе, “Хоккейсылар”, “Лабиринт”, “Ыласын күҙе” һәм башҡа ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта ябай булмаған эстафеталар һәм конкурстарҙа мәргәнлектә, сослоҡта һәм тиҙлектә көс һынашты. Был спорт уйындарында балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә теләп ҡатнашты. Улар араһында ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.
Йәмле сара район Мәҙәниәт һарайы артистары Дамир Ишембаев һәм Гөлшат Ильясова башҡарыуында дәртле йырҙар менән үрелеп барҙы. Ә инде спортсылар эстафеталарҙа ярышып ҡына ҡалманы, артистар менән бергә йырлап, бейеп күңел асты. Бәйге һуңында йыйылған мәрәйҙәр буйынса жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне. Шулай итеп көсөргәнешле алыштарҙан һуң Әхмәҙиевтар ғаиләһе 1-се урынға лайыҡ булды, 2-се урынды Баһауетдиновтар ғаиләһе яуланы, 3-сө урынды Сафиндар ғаиләһе алды. Сарала ҡатнашыусы һәм еңеүсе ғаилә командалары иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Ярышсылар күтәренке кәйеф, күңелле ял алып ҡайтҡандарҙыр, тип ышанабыҙ. Ошондай сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барған, берҙәм, татыу һәм тырыш ғаиләләр күберәк булһын ине.
Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе данын яҡлаған Самир, Айгөл һәм Рәсил Мирғәлиевтар ҙа уйындарҙан бик ҡәнәғәт:
- Бөгөнгө спорт байрамы беҙгә бик оҡшаны, сараны ойоштороусылар ентекле әҙерләнгәнгә, ул бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай ҙур күләмдә үткәрелгән ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашһаҡ та, спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт табабыҙ. Саңғыға баҫабыҙ, велосипедта йөрөйбөҙ, волейбол, футбол уйындарын уйнарға яратабыҙ. Бөгөн һәр команданың еңеүгә теләге шул тиклем көслө ине. Киләсәктә лә уларға тормош ауырлыҡтарын бергәләп еңеп сығырға насип итһен, тип теләйбеҙ.
- Беҙҙең ҙур һәм татыу ғаиләбеҙҙә биш бала үҫә. Өлкән улыбыҙ Дамиль Боҙаяҙ мәктәбенең 10-сы, Данил - 8-се, Илсур - 3-сө һәм Инсаф 1-се класында белем ала. Төпсөк улыбыҙ 3 йәшлек Данияр әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙарыбыҙ бик әүҙем, спорт менән шөғөлләнәләр, сәнғәтте лә үҙ итәләр. Дамиль хоккей уйнарға ярата. Данил улыбыҙ район Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Йондоҙ” бейеү ансамблендә етенсе йыл шөғөлләнә. Илсур улыбыҙ тхэквондо түңәрәгенә йөрөй. Мин “Сбербанк”тың Боҙаяҙ ауылындағы филиалында эшләнем. Тормош иптәшем Илнур крәҫтиән-фермер хужалығы менән мәшғүл. Ғаиләбеҙ менән ҡыш көндәре саңғыға баҫабыҙ, йәйен велосипедта елдерәбеҙ. Күптән түгел Боҙаяҙ ауыл Советында үткән “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышында ла ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Бөгөнгө ярыш бик ҡыҙыу барҙы, һәр команда көслө әҙерләнгән. Беҙ ҙә һыр бирмәҫкә тырыштыҡ һәм өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ, - ти Боҙаяҙ ауылынан Дилара Сафина.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.