Әлеге программа конкурс нигеҙендә биләмәне төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта биләмәләрҙә проекттарҙы һайлап алыу һәм ғәмәлгә ашырыу халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Йәғни ауыл халҡы әлеге проект буйынса иң өҫтөнлөклө проблеманы хәл итеүҙе билдәләй. Үтәгән ауылы халҡы әлеге конкурста ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе һәм беренсе сираттағы проблемаларҙы асыҡланы. Балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөргә, йәиһә тағылмалы МТЗ-82 тракторын һатып алырға тәҡдим ителде. Һуңынан бер тауыштан МТЗ-82 тракторы кәрәк, тигән ҡарарға киленде.
Тауыш биреү юлы менән ауылдың әүҙем кешеләре – Дилара Ҡоҙайғолова, Сабит Батыров, Нәзифә Бикҡолова, Сәғит Сөләймәнов, Динар Батталовтан торған инициатив төркөм төҙөлдө.
Үтәгән ауылы халҡының был проект менән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында еңеүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк ӘСӘҘУЛЛИНА.