Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовтың бәләкәс ҡыҙҙары Арианала атопик дерматит һәм йомортҡа ағына аллергия. Шул сәбәпле, баланы диңгеҙгә йышыраҡ йөрөтөргә тырышалар. Унда баланың, дарыуҙар эсмәйенсә лә, 3 көндә һауығыуы тураһында һөйләгән ине йырсы.
– Ариана ҡаты диетала. Әлегә ҡарабойҙай, брокколи, кәбеҫтә, ташҡабаҡ, дөгө кеүек аҙыҡтар ғына ашарға ярай. Ә уның иң яратҡан ризыҡтары – ул шоколад, торт, бал, чипсы. Был ризыҡтарҙы өҫтәлдә күреп ҡалһа, «ҡыҙым, был һиңә ярамай, теге ярамай» тип әйтәбеҙ. Ул, әлбиттә, беҙгә асыулана. Ҡайһы ваҡытта «зинһар өсөн, берҙе генә» тип ҡысҡырып илап та, үтенеп тә һорай, – тип яҙа йырсы.