Халыҡ менән осрашыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Эльвира Хәкимова ҡатнашты.
- “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” районда 2016 йылдан бирле эшләп килә. Шулай 60 миллион һумдан күберәк суммаға 51 проект тормошҡа ашырылған да инде, был сумманың 60 проценты республика бюджетынан бүленгән. Был программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидияларҙы конкурс нигеҙендә бүлеүҙе ҡарай. Улар халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында башҡарыла, - тип һөйләне Эльвира Фәнил ҡыҙы.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин уларҙың элекке йылдарҙа ла ошо программала әүҙем ҡатнашыуҙары һәм еңеп сығыуҙары хаҡында һөйләне.
Иҫкебәпестәр өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе - янғын һүндергес һыйымын алыу. Йыйылыусыларҙың барыһы ла МПК-4 янғын һүндергес һыйымы өсөн дәррәү тауыш бирҙе.
Артабан ун кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Бына улар – Айнур Абдуллин, Рамазан Шаймарҙанов, Фирүзә Абдуллина, Әнисә Әхмәтова, Альбина Әлимбәкова, Рәйсә Хәлитова, Эльвира Хәлитова, Юнир Дилмөхәмәтов, Рәмилә Шахморатова, Рәфил Шахморатов. Уларҙың төп бурысы – халыҡтан аҡса йыйыу. Аҡса артып ҡалған осраҡта, янғын һүндергес буйынса кәрәкле әйберҙәр алырға тип килешелде.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.