Йыйылышты Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов алып барҙы.
- Беҙ һеҙҙең менән осрашып, мөрәжәғәттәрегеҙ нигеҙендә көнүҙәк проблема булып торған зыярат биләмәһен төҙөкләндереү проектында туҡталдыҡ. Бөгөнгө көн тәртибендә артабан ошо проект менән конкурста ҡатнашыу өсөн ҡарарҙы раҫларға тейешбеҙ. Проекттың смета хаҡы 1 миллион 70 мең һум тәшкил итә. Ошо суммаға зыярат биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ,- тине ул.
Проекттың хаҡы 1 миллион 70 мең һум торһа, 700 мең һумы республика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленә, муниципаль бюджеттан 202 мең һум бирелә, ә халыҡтан 18 йәштән өлкән һәр кешенән һәм бағыусыларҙан 84 меңәр һум аҡса йыйырға тигән ҡарарға килделәр. Алдан үткәрелгән йыйылышта тауыш биреү юлы менән төҙөлгән инициатив төркөм шул уҡ составта ҡала. Әгәр ҙә проект конкурста еңеү яулаһа, улар заявкалар ҡабул итеү һәм халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк.
- Ауылда ҙур проблема юҡ тиерлек, газ үткәрелгән, урам яҡтыртыла, балалар өсөн спорт-уйын майҙансығы бар. Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһенә һәм “Кармет” йәмғиәте етәксеһе Дамир Насировҡа оло рәхмәтлебеҙ, улар ошо майҙансыҡты урынлаштырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Һәр ауылға ингән саҡта уның исеме яҙылған билдә бар. Беҙгә лә “Алексеевка ауылы” тип яҙылған алтаҡта кәрәк, сөнки ауылыбыҙ ҙур юл ситендә ята. Күп кеше ниндәй ауыл урынлашҡанын белмәй. Йыйылышта ҡаралған программала ла ихлас ҡатнашып, еңеп сығыуыбыҙға ышанысыбыҙ ҙур,- ти ауыл старостаһы ярҙамсыһы Тамара Бабушкина.
Алексеевка ауылы халҡына конкурста еңеп сығырға яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.