Өфөлә мәктәп уҡыусыһының 23 ғинуарҙа температураһы юғары күтәрелеп, ныҡ итеп йүткерә башлай. Әсә кеше, ҡыҙының һыу сәсәге менән ауырығанын белмәй, уны үҙаллы дауалаған: антибиотиктар биргән һәм ваҡыты-ваҡыты менән ингаляция эшләп торған.
31 ғинуарҙа баланың хәле насарая башлай. Шул ваҡыт ҡатын табиптарға мөрәжәғәт иткәс, уларға дауаханаға ятырға ҡушалар. Тик ҡыҙ үҙен яҡшы тоям тигәс, әсә менән ҡыҙ кире өйҙәренә ҡайтырға ҡарар итә.
Киләһе көндә ҡыҙҙың хәле тағы ла насарая төшә, әсә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыра. Фельдшер укол эшләһә лә, ҡыҙҙың хәле яҡшырмай. Һөҙөмтәлә ҡыҙ дауаханаға юл тотҡанда вафат була...
Һуңынан мәктәп уҡыусыһының һыу сәсәге менән ауырығаны билдәле була. Ваҡытында амбулатор дауаланыу күрһәтелһә, ул тере ҡалған булыр ине...
Шуға күрә, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ, әгәр ауырыһағыҙ, шунда уҡ табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ!
Фото: dzen.ru