Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Февраль 2024, 10:14

Жади илай, Али илай...

Ҡасандыр түҙемһеҙлек менән "Клон" сериалын көтөп алғанды иҫләйһегеҙме?..

Жади илай, Али илай...Жади илай, Али илай...
Жади илай, Али илай...

Рәсәй тамашасыһына "Клон" сериалынан билдәле булған хеҙмәтсе Зорайде - 78 йәшлек Бразилия актрисаһы Жандира Мартини вафат булған. Ул үпкә яман шешенән яфаланған. 

Сценарист, продюсер, егерменән ашыу фильмда уйнаған "Зорайде" үҙенең ябайлығы, самимилығы, гел генә Жадины яҡлауы менән күңелгә инеп ҡалғайны.

Али ролен уйнаған Стенио Гарсия былай тигән: "Жандира уникальным кеше ине, ул Бразилия мәҙәниәтенә тәржемәсе һәм автор булараҡ ҙур өлөш индерҙе. Дядя Али хәҙер Зорайдеһеҙ нисек йәшәрен белмәй... Тыныс йоҡла, дуҫым".

Баҡһаң, был мәлдән байтаҡ ваҡыт уҙған һәм сериалдың күп кенә актерҙары мәрхүм булған. Мәҫәлән, Доктор Симона (Франсуаза Фортон) 2022 йылдың 16 ғинуарында 63 йәшендә онкологиянан вафат була, Ноэмия (Элизанджела) иһә 2023 йылдың 3 ноябрендә 68 йәшендә коронавирус эҙемтәләренән мәрхүм була.

Фото: фильмдан скриншот. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас