Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 04:23

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра

Районыбыҙҙың тик тормаҫ ҡатын-ҡыҙҙары йәйгеһен мул итеп йәшелсә-емештәрен, ихата алдарында күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтерһәләр, ҡош-ҡорт аҫраһалар, ҡышын ҡул эштәренә тотоналар. Ҡарлыман ауылында йәшәүсе Гөлфиә Юнысова ла шундайҙарҙың береһе.

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыраҮҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра
Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра

- Үҙ ҡулдарың менән эшләгән әйберҙәр ҡәҙерлерәк тойола. Бәләкәйҙән бәйләргә яраттым. Ниндәй генә ҡул эшенә тотонһаң да күңел йылыһын биреп башҡарған эшең ҡәнәғәтлек тойғоһо, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға этәрә, - ти ул.

Уңған ҡатын башҡорт милли кейеме – түшелдерек яһау менән булыша. Әлбиттә, милли биҙәүестәр эшләү түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап итә.

- Милли кейемдәр, биҙәүестәр, ҡайылған, бәйләнгән әйберҙәр моданан сыҡмай, киреһенсә, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа йылдан-йыл күберәк урын ала бара. Шуға күрә белгәндәребеҙҙе өйрәнеп, йәш быуында милли кейемебеҙгә, биҙәүестәргә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсат булып тора. Интернет селтәрҙәрендә лә күп ултырырға тура килә. Боронғо һаҡал-түшелдеректәрҙе өйрәнәм, уларҙың ҡайһы ерлеккә ҡағылышын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк бит әле. Бынан тыш, түшелдеректәрҙе мин туҡыма ептәрҙән дә бәйләп ҡуям,- ти Гөлфиә.

Эйе, интернет заманы, нимә теләйһең, өйрән дә эшлә инде. Бөгөнгө көндә ҡул эше менән булышыу өсөн интернет киңлектәрендә үҙеңә кәрәкле өлгөләр табырға була. Оҫта хужабикә ырғаҡтар менән дә бик әүәҫ ҡуллана. Гөлфиә Фәттәх ҡыҙының бисерҙан эшләнгән сәскәләре тере сәскәләрҙән һис тә айырылмай, төрлө төҫтәр менән балҡып, күҙҙең яуын алып торалар. Бынан тыш, ул изолон материалынан да кеше буйлыҡ сәскәләр, өҫтәл лампаһы эшләгән. Бисер менән ҡайылған иҫ киткес матур картиналар өй стенаһына йәм биреп тора. Һәр төрлө төҫлө биҙәктәр менән бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр яҡындарына күңел йылыһы өҫтәй. Ултырғыс, диван ябыуҙары ла бәйләй икән оҫтабикә. Ҡул эштәренә ҡыҙыҡҡан Гөлфиә тора-бара башҡа әйберҙәр эшләүгә лә мауығып китә. Ул туҡтауһыҙ ижад итә: милли биҙәктәрҙе туҡымаға күсерә, этнофутболкалар эшләү менән шөғөлләнә. Был шөғөл буйынса Сибай оҫтабикәһенән онлайн аша курстар үтә. Матур башҡорт орнаменттарын интернеттан ала.

Һүрәт төшөрөү кешегә һәм, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ өсөн бик файҙалы ижад төрөлөр, ул уның һәләттәрен аса, фантазияһын байыта һәм эшләтә, шулай уҡ күңелең ял итә һәм эшләгән эшеңдән ҡәнәғәтлек тойғоһон кисерәһең. Бынан тыш, милләтебеҙгә хас биҙәүестәрҙе, селтәрҙе, тамғаларыбыҙҙы һәм башҡа милли орнаменттарҙы һүрәт итеп кейемгә төшөрөү ҙә ул йолаларыбыҙҙы һаҡлау тигән һүҙ.

- Был шөғөл менән бер ай элек булыша башланым. Эшем бик оҡшай. Ҡайһы ваҡыт башта ниндәй биҙәктәр ҡайнай, шуны төшөрөргә тырышам. Кейемгә һүрәт төшөрә торған акрил краскаһы менән буяйым,- ти ул.

Эйе, оҫтабикәнең ҡулдары нимәләр генә тыуҙырмай. Гөлфиә ханым тағы бер шөғөл менән булыша. Ул эпоксид ыҫмалаһынан картиналар эшләй. Картиналары өй стенаһын биҙәп, йылылыҡ бөркөп тора. Бынан тыш төҙөлөш материалы булған цементты ла ижадында ҡуллана. Иҫке ҡурсаҡтарҙы, гөл, пластмасс һауыттарҙан һәм башҡа әйберҙәрҙән цемент менән ҡатырып төрлө фигуралар эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре баҡсала үҙ урынын табып, шау сәскәләр араһында тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Мәҫәлән, биш литрлы пластмасс һауыттан болан эшләп ултыртҡан.

Егәрле кеше һәр яҡлап та уңған була: хужабикә аш-һыуға ла оҫта икән. Уның бешергән аштары, ҡамыр ризыҡтары телеңде йоторлоҡ. Яҡындарын һәр ваҡыт тәмле йылы аштары менән һыйлай. Ҡура тултырып күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт, күркә аҫрай. Һыйырының һөтөнән ҡаймаҡ, эремсек, сырын да эшләп ҡуя. Баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, шифалы ла ҡайнатмалар, һуттар әҙерләй.

Мәҡәлә геройыбыҙ тормош иптәше Зәбир Нәзир улы менән матур, күркәм йортта һәүетемсә донъя көтәләр. Гөлфиә Фәттәх ҡыҙы бөтә ғүмерен һатыусы һөнәренә бағышлаған. Оҙаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәте магазинында эшләй. Әлегә өй хужабикәһе, өйҙә лә эш етерлек - өйҙө таҙа тоторға, тәмле аштар бешерергә, яҡындарын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалырға. Тормош иптәше Зәбир Нәзир улы Ҡыр­мыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында хеҙмәт итә. Юнысовтар өс балаға ғүмер биреп, аҡыллы, тәүфиҡлы һәм эшһөйәр балалар үҫтергәндәр. Улдары Фидан менән Зимфир инде үҙ аллы тормош менән йәшәйҙәр. Күңелдәренә яҡын һөнәрҙәрен табып, эшләп йөрөйҙәр. Ҡыҙҙары Юлиә С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 8-се класында белем ала. Юлиә лә бик уңған, тырыш, белемгә ынтылышлы ҡыҙ. Өй тирәһендә әсәһенең һәр эшендә уң ҡулы, ярҙамсыһы. Гөлфиә менән Зәбир ейәнсәрҙәре Наҙгөлгә хәстәрлекле, яратҡан өләсәй менән олатай ҙа.

Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә эштең һөҙөмтәһе яңы үрҙәр яуларға илһам бирә. Гөлфиә Юнысова киләсәктә лә яңы ижад емештәре менән һөйөндөрөр әле.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас