Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 07:21

Үтәгәндәр сәләмәт тормош яҡлы

Үтәгән ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ике ҙур сара үтте.

Үтәгәндәр сәләмәт тормош яҡлыҮтәгәндәр сәләмәт тормош яҡлы
Үтәгәндәр сәләмәт тормош яҡлы

Саф һауала – саңғыла

Үтәгән ауылы янындағы Ағиҙел буйы спорт майҙансығына әүерелде. Унда бик күп халыҡ йыйылды. Олоһо ла, кесеһе лә ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнашты. Ярыштарҙың маҡсаты – балаларҙы һәм ололарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Матур йолаға әүерелгән саңғы ярышына ауылдың йәше-ҡарты йыйылды, хатта ҡырҙа йәшәүсе ауылдаштар ҡайтты, күрше ауылдарҙың да спортсылары ситтә ҡалманы. Саңғысыларҙың күплеге халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуына ишара. Был, әлбиттә, хуплауға лайыҡ.

Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова сараны асып, спортсыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.

Саңғы ярышында иң өлкән ҡатнашыусы Ғәйнислам ағай Йосоповҡа – 87 йәш. Ул дистанцияны лайыҡлы үтеп, иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде. Сәләмәт тормош алып барыуы менән дә йәш быуынға өлгө булып тора ул. Байрамдың иң йәш ҡунағы – Урал Ғәлиәкбәров. Уға ни бары 8 ай. Ул Өфө ҡалаһынан ғаиләһе менән ярышта ҡатнашыусы атаһы өсөн янып-көйөр өсөн килгән. Ярыш стартына саңғы спорты чемпионы, спорт ветераны Миңлеғәле Абдуллин да баҫты.

Стартты иң беренселәрҙән булып мәктәп уҡыусылары башланы, ә өлкән быуын вәкилдәре ярышты тамамлап ҡуйҙы. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Спортсыларҙың һәр береһе финиш һыҙығын беренсе булып үтергә тырышты. Көйәрмәндәр уларҙы алға тик алға тип дәртләндерҙе. Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәләре буйынса, кесе төркөм араһында 1-се урынға Роман Кулемза лайыҡ булды, 2-се урында – Арсений Гончаров, 3-сөлә Финат Яхин. 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында 1-се урында Наҙгөл Бикташева, 2-селә Әлиә Ғарипова. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 1-се урынды Айнур Ғайсин алды, 2-се урынға Фидан Сәғәҙиев сыҡты, 3-сө урынды Юлай Хәмитов алды. 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Камилла Хәмиҙуллина беренсе булып килде, Миләүшә Ямикеева икенсе, Фаягөл Бикташева менән Элиза Иҙрисова өсөнсө урынды бүлеште. 19 йәштән 35 йәшкә тиклемге егеттәр араһында Айҙар Ғәлиәкбәров еңеүсе булһа, ошо төркөмгә ингән ҡыҙҙар араһында Светлана Колобова еңеүсе булды. 50 йәштән 59 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында 1-се урынды Рәфис Хәсәнов яуланы, 2-се урынды Радик Миһранов алды, 3-сө урынға Илдус Фәхретдинов сыҡты. 36 йәштән 50 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар категорияһында Айгөл Ғарипова еңеү яуланы. 50 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Миләүшә Йосопова яулаһа, 2-се урынға Лиана Көҫәпҡолова сыҡты, 3-сө урынды Рита Шәрәфетдинова алды. 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Айгөл Искәндәрова алды, 2-се урында – Фирҙәүсә Байымова. 60 йәштән өлкән ир-егеттәр төркөмөндә 1-се урынға Рәмил Ғайсин лайыҡ булды, 2-се урынды Наил Әбдрәшитов яуланы, 3-сө урынды Салауат Заһиҙуллин алды. Шулай уҡ саңғы буйынса спорт ветераны, паралимпия уйындарында ҡатнашыусы, саңғы буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Миңлеғәле Абдуллин, сараның иң оло ҡатнашыусылары Ғәйнислам Йосопов, Нәжиә Зөлҡәрнәева (83 йәш) һәм Гәүһәр Моталлаповаларҙы (82 йәш) бүләкләп үттеләр. Әйткәндәй, Нәжиә Зөлҡәрнәева һәм Гәүһәр Моталлаповалар бөгөнгө көндә халыҡ араһында бик популяр спорт төрөнә әйләнгән скандинав атлауы буйынса саңғы трассаһы буйлап йөрөп килде.

Шундай шәп спорт сараһынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

- Бындай матур саранан мин дә ситтә ҡала алманым. Тормош иптәшем балыҡсылар ярышында ҡатнашһа, мин саңғыға баҫтым,- ти күрше Ефремкин ауылынан килгән Рита Шәрәфетдинова.

- Үтәгән ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында республика балалар клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләйем. Мәктәп йылдарында уҡ саңғы ярыштарында ҡатнашып килдем, биатлон буйынса ла йүгерҙем. Әле лә эштән һуң, ял көндәрендә саңғыла шыуырға сығам. Үтәгәнгә атай-әсәйем янына ҡайтып йөрөйөм. Бөгөн бына ауылда үткәрелгән саңғы ярышында ҡатнашырға булдым. 50 йәштән өлкәндәр категорияһында беренсе булып килеп, еңеү яулауға ирештем,- ти Миләүшә Йосопова.

- Атайым Йосопов Ғәйнислам Фәтхи улы. Уға 87 йәш. Ул тыумышы менән Кушнарен районынан. 16 йәшендә медицина училищеһын тамамлап, юллама менән Үтәгән ауылына фельдшер булып эшкә килә. Ғүмер буйына кешеләр сәләмәтлеге һағында тора. Үтәгән ауылы ҡыҙы Миңзәрәгә өйләнеп, матур ғаилә ҡоралар, ете балаға ғүмер, матур тәрбиә бирәләр. Атайым бик әүҙем кеше. Йәш сағынан уҡ спорт менән дуҫ була. Саңғыны ейәне алып ҡайтып бирҙе. Ярышта ҡатнашырға теләк белдереп, дистанцияны үтеп сыҡты, - ти олатайҙың ҡыҙы Раушания Дауытова.
Балыҡсылар ярышты

Жюри ағзалары саңғы ярышы тамамланыу менән балыҡсылар янына ашыҡты. Әйткәндәй, балыҡсылар байрамы бында беренсе тапҡыр үткәрелмәй. Ағымдағы йылда ла ул ойошҡан рәүештә үтте. Быйыл ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтә. Сарала Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Күгәрсен, Архангел һәм беҙҙең район ауылдарынан балыҡсылар ҡатнашты. Уларҙың араһында беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар ҙа, тәжрибәле балыҡсылар ҙа бар ине. Ҡышҡы балыҡ тотоу айырыуса мауыҡтырғыс, ти унда ҡатнашыусылар.

Балыҡ ҡармаҡлаусылар билдәләнгән ваҡытҡа килеп, балыҡ тотоуға урын һайлау өсөн йәрәбә үткәрҙеләр. Бәйгелә ҡатнашыусылар боҙҙо тишеп, урын әҙерләгәс, старт бирелде.

Әйткәндәй, балыҡ ҡармаҡлау конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаиләләре менән килеүселәр күп булды. Унда иң йәш балыҡ тотоусы Ильяс Батталов ине. Уға ни бары 5 йәш.

- Ярышҡа атайым һәм апайымдар менән килдем. Балыҡ ҡармаҡларға яратам. Бөгөн ҙур суртан балығын ҡаптырғайным, ләкин ул ысҡынды ла кире һыуға сумды, - ти Ильяс. Бәләкәй балыҡсыға ғүмерендә унан да ҙурыраҡ балыҡ эләгеүен теләп ҡалабыҙ.

Бына бер-бер артлы балыҡ та ҡармаҡҡа эләгә. Шулай итеп бирелгән ваҡыт эсендә балыҡсылар кәрзиндәре балыҡ менән тулы ине. Сәмле ярыш аҙағында ярышта ҡатнашыусылар “Иң оло балыҡсы”, “Оҫта балыҡсы” һәм башҡа төрлө номинациялар буйынса бүләкләнделәр. Шулай, Үтәгән ауылынан Илшат Батталов иң ҙур балыҡ ҡаптырып “Иң ҙур балыҡ” номинацияһында еңеү яуланы. “Иң йәш балыҡсы” номинацияһына Ильяс Батталов (Үтәгән) лайыҡ булды. Альберт Шаймарҙанов (Прибельский) - “Иң тәжрибәле балыҡсы”, Илдар Латипов (Прибельский) – “Беренсе бырауланған мәке”, Андрей Мельников (Архангел), 6,5 килограмм балыҡ тотҡан - “Иң уңышлы балыҡсы”, Вадим Хөсәйенов (Абзан) һәм Рәмзит Ғәлиәкбәров (Үтәгән) – “Беренсе тотолған балыҡ”, Сурбаевтар ғаиләһе (Өфө) – “Балыҡсылар ғаиләһе”, Эльза Сурбаева (Өфө) һәм Гәүһәр Моталлапова (Үтәгән) – “Ҡатын-ҡыҙ-балыҡсы” номинацияларында еңеү яуланылар.
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырып, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Бөгөнгө сараны ишетеү менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килеп еттек. Ярышта атайым менән ағайым ҡатнаша. Беҙ барыбыҙ ҙа тәжрибәле балыҡсылар тип әйтһәң дә була. Миңлехәйҙәр олатайым оҫта балыҡсы булған. Икенсе ярышҡа үҙемдең ғаиләм менән килергә иҫәп бар,- ти Марсель Үлмәҫҡолов.

- Тормош иптәшем Александр тәжрибәле балыҡсы. Ул ярышта ҡатнашһа, беҙ уның өсөн янып-көйөр өсөн килдек. Ефремкин ауылында йәшәүсе ағайым Юрий Сомов менән ҡатыны Зәлфиә лә бәйгелә ҡатнашалар. Улар беҙгә хәбәр итте һәм унда ҡатнашырға саҡырҙы. Бындай ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Ә былай үҙебеҙ өсөн Ағиҙел йылғаһына йәйен һәм ҡышын балыҡҡа йөрөйбөҙ. Иптәшем ҡыш көнө лә бергәләп балыҡ ҡармаҡларға йөрөрбөҙ тип махсус палатка ла алды. Бынан тыш, йылыныу өсөн палатка эсенә мейес тә алып ултыртты, - ти Ефремкин ауылынан килгән Галина Семенова.

- Балыҡсылар конкурсы тураһында иғлан күрҙек тә ҡатнашырға ҡарар иттек. Беҙ тәжрибәле балыҡсылар түгел, шулай ҙа үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Һауа торошо ла бик һәйбәт. Ҡармаҡҡа этеш, йәйен, ҡыҙылғанат балыҡтары эләгә,- ти Өфө ҡалаһынан килгән Эльза һәм Ирек Сурбаевтар.

Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһының да кәйефе байрамса. Музыка яңғырай, ҡар өҫтөндәге усаҡта балыҡ һурпаһы бешә, самауырҙар ҡайнай. Ойоштороусылар ярыштарҙа ҡатнашҡандарҙың барыһын да ҡайнар сәй һәм үҙҙәре бешергән ризыҡтары менән һыйланы. Әйткәндәй, мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Рәсимә Әхмәтйәнова ҡатнашыусыларға тотҡан балыҡтан тәмле аш бешергән.

Ошондай спорт саралары, һис шикһеҙ, халыҡҡа кәрәк, сөнки ул берләштерә һәм ялды күңелле һәм файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирә.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас