Студенттар көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалайыҡ әле. 1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторалар.
2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.
Хәҙерге студенттар нисек уҡый һәм ниндәй уйҙар менән йәшәй? Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Илнур Кучаев.
- Ниндәй ул бөгөнгө студенттар? - Әүҙем һәм маҡсатлы, өмөт һәм таяныс булған йәш быуын вәкилдәре.
- Студент тормошо ул...
- Студент тормошо – ул йәшлек, азатлыҡ, курсташтар менән ҡыҙыҡлы аралашыу, күңелле мажаралар, имтихандарға, лотореяға ҡараған кеүек, еңел ҡараш. Быларҙың барыһын да тулыһынса тойор өсөн көндөҙгө бүлектә уҡырға кәрәк. Иң матур йәшлек йылдары – ул студент саҡ. Үҙ аллы тормоштоң беренсе һабаҡтары, тәүге һөнәри белемдәргә төшөнөү, һис шикһеҙ, студент йылдары менән бәйле. Һәр кем өсөн үҙеңде эҙләү, табыу, ижад итеү, етди эштәр осоро ла ул. Студент тормошо – ғүмерҙең иң сағыу, мауыҡтырғыс һәм бер ҡасан да ҡабатланмаҫ мәле, шуға күрә һәр көнөмдө файҙалы итеп үткәрергә, яңы маҡсаттарға ынтылырға тырышам. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты булыуыма бик шатмын. Университеттың тау-нефть факультетында 1-се курста белем алам. Бындағы һәр уҡытыусы асыҡ йөҙлө, тәрән фекерле, тәжрибәле. Ҡасан ғына һорау йәки мөрәжәғәт менән килмә, улар һине тыңларға, кәңәш бирергә ваҡыт таба. Уҡыуҙар ҡайһы ваҡыт ауыр, ҡайһылыр ваҡытта еңел бирелә. Белемле булам тиһәң үҙеңә күберәк тырышырға кәрәк. Ә инде йәштәштәремә килгәндә, улар барыһы ла маҡсатлы, ҡыҙыҡһыныусан, асыҡ күңелле.
- Һөнәр һайлау – яуаплы эш. Һөнәр һайлауҙа ҡарар ҡабул итеү ауыр булдымы?
- Эйе, бала саҡта архитектор булырға теләгәйнем. Шуға күрә сәнғәт мәктәбендә үткән дәрестәргә һәм Фирүзә Баҡый ҡыҙы Батталова алып барған дәрестән тыш һыҙым (черчение) дәрестәренә йөрөнөм. Әммә һуңынан мине инженер һөнәре ҡыҙыҡһындыра, тигән фекергә килдем.
- Һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттең.
- Иң яуаплы осор – 10-сы һәм 11-се класс, һәр сәғәт, хатта шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре планлаштырылғайны, имтихан тапшырыуға әҙерләнеүгә күп көс һәм ваҡыт бүленде. Өфө дәүләт нефть техник университеты факультеттары менән танышҡандан һуң, 10-сы класта ошо юғары уҡыу йортон һайланым. Юғары уҡыу йорто студенты булыу өсөн мәктәптәге берҙәм дәүләт имтихандарына ныҡлы әҙерләндем һәм бына, ниһайәт, маҡсатыма ирештем. Студент осороноң иң мөһим маҡсаты һөнәрең буйынса төплө белем алыу. Уҡыуға яуаплы ҡараһаң, юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.
- Студент тормошо, әлбиттә, уҡыу менән генә сикләнмәй.
- Йәштәр тормошо шаулап-гөрләп тора. Студенттарҙың да ошо шарлауыҡта ҡайнауы мөһим. Сөнки уҡыу менән генә сикләнеп ултырырға ярамай. Кеше үҙенә бик күп шөғөл табырға, үҙен бар яҡтан да камиллаштырырға тейеш. Бик күп студенттар университет тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Кемдер үҙешмәкәр сәнғәтте, кемдер спортты үҙ итә. Мин иһә уҡыуҙан тыш, республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Аманат” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнәм.
- Буш ваҡытығыҙ нисек үтә?
- Әлбиттә, төп ваҡытты уҡыу биләй. Ваҡытыңды дөрөҫ планлаштырғанда көнөңдө ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә булалыр, тип уйлайым. Концерттарға һәм мәҙәни сараларға йөрөргә яратам. Үҙемә килгәндә, мәктәптә уҡығанда ла спорт менән дуҫ булдым. Әле лә аҙнаһына бер мәртәбә волейбол түңәрәгенә йөрөйөм.
- Һин ниндәй холоҡло кеше?
- Кешеләрҙең эске донъяһы ғәйәт ҡатмарлы. Ҡайһыбыҙҙы ғына алмайыҡ, үҙ холҡобоҙ, шәхси сифатыбыҙ бар. Мин үҙемде үҙ көсөмә ышаныусан, ихтыярлы, йомшаҡ, сабыр холоҡло тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта тиктормаҫ, әрһеҙ кешемен.
- Үҙең менән таныштырып үтмәҫһеңме.
- Мин Ҡырмыҫҡалы ауылында Лариса һәм Радик Кучаевтар ғаиләһендә берҙәнбер бала булып үҫтем. Ғүмер, матур тәрбиә, төплө белем биргән, ҙур тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткән, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған атай-әсәйемә оло рәхмәтлемен. 9-сы класҡа тиклем Ҡырмыҫҡалы гимназияһында белем алдым. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ математика фәнен ныҡлап өйрәнергә тырыштым. Математика – ул һандар иле. Һандар менән эш итеүе бик ҡыҙыҡ тойола ине. Артабан ҙур кластарҙа физика фәненә өҫтөнлөк бирҙем. Физика фәне көтөп алынған дәрескә әүерелде. 1-се кластан райондың “Далан” өлгөлө халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләндем. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаныҡ. Бик күп ҡалаларҙа гастролдәрҙә булдыҡ, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ. Былтыр “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булдым. Йөрәгемә халыҡ бейеүҙәренә ҡарата һөйөү, ихтирам һәм дәрт һалған һәләтле, талантлы художество етәкселәрем Альбина һәм Артур Юлыевтарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Балалар сәнғәт мәктәбе”нең гитара класын тамамланым. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортондағы вокал түңәрәгенә йөрөнөм. Һәр береһендә ижади, талантлы, эшһөйәр уҡытыусылар эшләй ине. Уларҙың барыһына ла сәнғәткә, мәҙәниәткә һөйөү уятҡандары өсөн рәхмәт. 10-11-се кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Гимназияла уҡыған ваҡытта гимназияның волейбол буйынса йыйылма командаһында уйнаным. “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейенем. Шулай уҡ “Аманат” этно-фольклор төркөмөндә йырланым, ҡумыҙҙа һәм барабанда уйнаным. Декабрҙә Мәскәү ҡалаһында ВДНХ комплексы биләмәһендә Башҡортостан көнөн асыу тантанаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әүҙем ҡатнашҡан өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләндем.
- Буласаҡ студенттарға теләктәрең.
- Күңелдәре ятҡан һөнәр һайларға һәм шул өлкәлә яҡшы белгес булырға тырышырға. Студенттарға барлыҡ башланғыстарында уңыштар, үҙүҙҙәренә ышанып, хыялға ынтылыуҙарын теләйем.
- Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Барлыҡ студенттарҙы ла Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Уҡыуығыҙҙа уңыштар, бейек үрҙәр теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.