“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы – республика ҡаҙнаһы, район бюджетының финанс ресурстарын, халыҡтың һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын социаль әһәмиәттәге проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлткән, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән механизм.
Константиновка ауылы халҡы ла был программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Йыйылыш алдынан ауыл мәҙәниәт йортоноң “Рябиновый звон” фольклор ансамбле халыҡҡа моңло ла, дәртле лә йырҙарын тәҡдим итте.
Николаевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Култыгина йыйылышты асып, программаның мөмкинлектәре, проект еңеп сыҡһын өсөн ниндәй юлдар үтергә кәрәклеге хаҡында ентекле һөйләне.
- “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы уңышлы эшләп килә һәм ауылдарҙағы күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Уның сиктәрендә республика бюджетынан миллион һум бүленә, шулай уҡ бер нисә өлөшө халыҡтан йыйыла. Бынан тыш, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ярҙам күрһәтәсәк. Әйткәндәй, улар конкурста еңеп сыҡҡан мәлдә финанс ярҙамы күрһәтте лә инде. Беҙҙең ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан Ҡырмыҫҡалы линия -производство идаралығы һәм шәхси эшҡыуарҙар менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар эшселәр һәм техника менән ярҙам итәсәк,- тине Рәүилә Рәмил ҡыҙы.
Артабан ауыл халҡы спорт уйын майҙансығы, ҙур юл ситенән тротуар һалыу, ауыл паркын төҙөкләндереү һәм башҡа бик күп тәҡдимдәр әйтте. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, ауыл халҡы бер тауыштан ауылдың парк биләмәһендә спорт уйын майҙансығын төҙөү проектында туҡталды һәм кәрәкле сумманың 10 проценты күләмендә халыҡтан аҡса йыйырға тигән ҡарарға килде.
Мансаф Рәхмәтуллин, Фларис Кәримов, Вячеслав Петухов, Филюс Ғимранов, Тимур Басиров, Жанна Баһауетдинова, Виктория Сәхипова, Татьяна Ханжина, Любовь Байғужина, Татьяна Иполитоваларҙан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар аҡса йыйыуҙа ярҙам күрһәтәсәк һәм эштәрҙең үтәлешен күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.
- Йыйылышҡа мин ауыл паркында спорт майҙансығын төҙөү тигән тәҡдим менән килдем. Унда спорт күнекмәләре һәм уйындар өсөн урын билдәләнгән. Шул урынды тағы ла киңәйтеү ниәте бар. Бөгөн башлыса балалар өйҙә телефон, гаджеттар тотоп ултыра. Шуға күрә спорт майҙансығында йәш быуын ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнһен, сәләмәт тормош алып барһын тигән теләктәмен. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙа ҡул көрәше түңәрәге бик уңышлы эшләп килә, - тине Константиновка ауылында йәшәүсе Фларис Кәримов.
Халыҡтың уйлаған ниәттәре тормошҡа ашыр, сәләмәт йәшәү рәүешенә һәм физик әүҙемлеккә ҙур аҙым булыр, тип ышанабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.