Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 05:58

Халыҡ именлеге хаҡына

Алексеевка ауылында Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса алдан йыйылыш үткәрелде.

Халыҡ именлеге хаҡынаХалыҡ именлеге хаҡына
Халыҡ именлеге хаҡына

Унда 2024 йылда урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү проекттарын ғәмәлғә ашырыу, ҡатнашыу шарттары, проектты һайлау өсөн көнүҙәк проблемаларҙы ҡарау һәм «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы сиктәрендә эштәрҙе ойоштороу өсөн халыҡ араһынан инициатив төркөм һайлау тураһында мәсьәләләр ҡаралды.

Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов ауыл халҡына «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһының мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

- Был программа ярҙамында беҙ ауылдарҙы төҙөкләндерә алабыҙ. Ул конкурс нигеҙендә республика бюджетынан биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлдерелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа проекттарҙы һайлап алыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу халыҡтың әүҙемлеге ярҙамында башҡарыла, - тине ул.

Ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан халыҡ мөрәжәғәттәре нигеҙендә көнүҙәк проблемаларҙың исемлеге төҙөлдө. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге зыярат биләмәһен төҙөкләндереү менән бәйле. Шулай уҡ проекттарҙы һайлап, уларҙы йомғаҡлау йыйылышында тәҡдим итеү маҡсатында халыҡтан тәҡдимдәр йыйыу планлаштырыла.

Тауыш биреү юлы менән инициатив төркөмгә Тамара Бабушкина (уның рәйесе), Александр Шленков, Мария Бабушкина, Светлана Новикова һәм Алексей Щегловтар һайланды. Улар заявкалар ҡабул итеү һәм халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәк.

Ғәлиә КӘРИМОВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас