- Йыл да алдырып уҡыған район гәзитенән миңә лә бүләк тәтене. Беренсе тапҡыр квитанцияны ебәреп ҡараным һәм бына миңә лә уңыш йылмайҙы. Мөғжизә бар инде ул, ышанырға ғына кәрәк, - ти Нурия Әлтәф ҡыҙы. - Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзиттең бер битен дә ҡалдырмайынса уҡып сығабыҙ. Гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ, сөнки унда төрлө темалар сағылдырыла - көнүҙәк проблемалар, күренекле, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр тураһында мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, белдереүҙәрҙе табырға була. Районыбыҙҙа йәшәп тыуған еренә хеҙмәт иткән, матур тормош ҡорған, тәрбиәле балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр менән гәзит биттәре аша танышабыҙ. Яҡташтарыбыҙ ижад иткән шиғырҙарҙы, бай йөкмәткеле хикәйәләрҙе лә ҡалдырмай уҡып барабыҙ. Хәҙерге заманда оло кешеләр ҙә, балалар ҙа көнө-төнө компьютерҙа ултыра. Интернеттағы мәғлүмәт башҡасараҡ бит, уҡының да оноттоң, гәзитте ҡулға алып уҡығанға етмәй барыбер. Ни тиһәң дә, гәзиттәге мәғлүмәтте икенсерәк ҡабул итәһең.
Нурия Әлтәф ҡыҙы Яңы Бәпес ауылында Әкрәм Әлтәф улы менән матур тормош ҡороп, балалар үҫтереп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Ул Иҫке Бәпес ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһында утыҙ йылға яҡын тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар бер урында лайыҡлы хеҙмәт юлы үткәне өсөн хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт һәм юғары баһаларға ҡаҙанған кеше. Тормош иптәше Әкрәм Әлтәф улы Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһендә һаҡсы һәм янғын бүлеге хеҙмәткәре. Аҫылғужиндар өс малайға ғүмер, тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Өлкән улдары Рәсил Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Уртансы улдары Тимур тормош юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләгән. Бөгөнгө көндә Һарытау ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә. Кесе улдары Айнур армия сафына алынып, Белгород ҡалаһында Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй.
- Гәзиткә яҙылыусыларын елле бүләктәре, конкурстары менән ҡыҙыҡһындырып торған редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, уҡымлы мәҡәләләр, әүҙем һәм күп һанлы яҙылыусылар теләп ҡалам, - ти Нурия Әлтәф ҡыҙы.
Фирүзә Йәминева.
Автор фотоһы.