Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 06:06

Беҙ – балалар уйын майҙансығы өсөн

Ефремкин ауыл мәҙәниәт йортонда муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Эльвира Хәкимова ҡатнашлығында 2024 йылда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде.

Беҙ – балалар уйын майҙансығы өсөнБеҙ – балалар уйын майҙансығы өсөн
Беҙ – балалар уйын майҙансығы өсөн

- Районда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы 2017 йылдан бирле ғәмәлгә ашырыла. Ул республика бюджетынан биләмәне төҙөкләндереүгә йүнәлдерелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға субсидиялар бүлеп биреүҙе күҙ уңында тота. Халыҡтың инициативаһы менән 60 миллион һумдан артыҡ суммаға 51 проект ғәмәлгә ашырылды, был сумманың 60 проценты республика бюджетынан бүленде. Ауылдарҙа проекттарҙы һайлап алыу һәм ғәмәлгә ашырыу халыҡтың әүҙемлегенән тора. Тимәк, иң өҫтөнлөклө проблеманы ауыл халҡы үҙҙәре билдәләй, - тине Эльвира Фәнил ҡыҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Иванова Ефремкин ауыл Советы халҡының программала әүҙем ҡатнашыуҙары һәм берҙәмлектәре арҡаһында һәр ваҡыт еңеү яулауҙары тураһында һөйләне. - Программа ярҙамында беҙ Ефремкин мәктәбе янында спорт майҙансығын йыһазландыра, Дмитриевка һәм Ефремкин ауылдарында, Күлләр һәм Антоновка ауылдарында зыяратты кәртәләй, тағылмалы трактор һатып ала алдыҡ, - тине Наталья Александровна. Ефремкин ауылы халҡы проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү, Ленин урамындағы юлды ремонтлау кеүек ауылдың иң мөһим проблемаларын билдәләне. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан “Балалар өсөн заманса уйын майҙансығы төҙөү” тигән тәү сираттағы проблеманы һайланы. Ун кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Унда Валентина Иванова, Ирина Семенова, Инна һәм Рая Кирилловалар, Марфа Федорова, Ирина Сомова, Валерий Дмитриев, Григорий һәм Николай Федоровтар, Нина Данилова инде. Халыҡ һайланған проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуына һәм Ефремкин ауылында резина япмалы балалар майҙансығы иң яҡшы ял итеү урыны буласағына ышана.

Светлана КАРПОВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас