“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда киң ҡолас менән дауам итә. Күп ауылдар был программала үҙ проекттарын тәҡдим итеп, конкурста ҡатнашырға теләк белдерә.
Үрге Төкөн ауылы халҡы ла мөһим тип табылған проблемаларҙы һайлап алыу буйынса дөйөм һәм йомғаҡлау йыйылышы уҙғарҙы. Йыйылышҡа халыҡ дәррәү килде. Тәүҙә ауыл клубының “Мәләш” ансамбленең һәүәҫкәр артистары халыҡҡа матур концерт күрһәтте. Артабан Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин сығыш яһап, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биреүсе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.
- Быға тиклем был программала ҡатнашып, трактор алыуға ирештек. Бөгөнгө йыйылышта ла әүҙем ҡатнашып, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырайыҡ. Ауылда проблемалар етерлек. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, - тине Илгиз Вәкил улы.
Халыҡ зыяратты ҡоймалап алыу, урам яҡтыртыу һәм спорт-уйын майҙансығын булдырыу, ауыл клубына һәм мәсеткә һыу үткәреү, юлға асфальт түшәү, клуб ҡыйығын һәм тәҙрәләрен ремонтлау тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Сығыш яһаусыларҙы тыңлағандан һуң, тауыш биреү булды. Йыйылған халыҡ бер тауыштан клуб ҡыйығын ремонтлауҙы яҡлап сыҡты.
- Әйткәндәй, биләмәлә спорт-уйын майҙансығы урынлаштырыуҙы уҙған йылда “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса эшләй башланыҡ. Үткән йылда Түбәнге Төкөндә спорт-уйын майҙансығы барлыҡҡа килде, ағымдағы йылда Ҡамышлы ауылында шундай майҙансыҡ буласаҡ. Йыл һайын шулай ауылдарҙа иҫкеләрен яңыртып, яңы спорт-уйын майҙансыҡтарын эшләйәсәкбеҙ, - тине Илгиз Вәкил улы. - Программала ҡатнашыуҙы документаль рәүештә рәсмиләштереп, конкурс комиссияһына тәҡдим итергә кәрәк. Проект еңеп сыҡҡан осраҡта республика һәм район бюджеттары бүлгән субсидияға өҫтәп, халыҡтан аҡса йыйыу талап ителә. Бынан тыш, “Ҡурмаева” шәхси предприятиеһы финанс яғынан иғәнәселек ярҙамы күрһәтәсәк һәм “Байрас” крәҫтиән-фермер хужалығы техника менән ярҙам итәсәк.
Халыҡ бер фекергә килеп, һәр йорттан берәр мең аҡса йыйырға ҡарар итте һәм “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә был изге эште ойоштороу өсөн түбәндәге составта инициатив төркөм һайланы: Айгөл һәм Илшат Хәмитовтар, Райхана Сурбаева, Фирҙәүсә Көҫәпҡолова, Рәүиә Санъярова.
- Ауыл клубы дәртләнеп ижад итә. Клубта биш түңәрәк эшләп килә. Балалар менән дә эшләйбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, шахмат-шашка уйындары уйнайбыҙ. Тағы ла бейеү түңәрәге эшләй, улар барлыҡ концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Был түңәрәктә былтыр балалар ғына шөғөлләнһә, быйыл ололарҙы ла йәлеп иттек. Ауылдың оло ағай-апайҙарынан торған “Мәләш” ансамблен төҙөнөк. Һәр бер иҫтәлекле даталарға арнап, байрамдар, төрлө саралар ойошторабыҙ. Клубты төҙөкләндереү талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Клубтың биш тәҙрәһен пластик тәҙрәгә алыштырҙыҡ. Әле бына клуб ҡыйығын алыштырыу проблемаһы тора. Шуға беҙ ошо мәсьәләне йыйылышта күтәреп сыҡтыҡ. Программа сиктәрендә был проблема хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ, - тине ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Хәмитова.
- Мин бик күп йылдар Өфө ҡалаһында йәшәнем. Бына хәҙер ауылға ҡайтып төпләндем. Ауыл бик матур, тәбиғәте һоҡландырғыс, еләк-емештәренә бай булған ауылда мин шатланып йәшәп ятам. Ауыл көндән-көн матурлана, йәшәү шарттары яҡшыра, һәр йортта зәңгәр ут яна, урам бағаналарында лампалар балҡый, интернет селтәре эшләй. Ауыл халҡын йәнләндереп клуб гөрләтеп эшләп килә, төрлө саралар үткәрелә. Рәми Ғариповтың шиғырынан өҙөк килтерәм: “Мин киткәндә тыумай ҡалған ҡыҙҙар, кис сәхнәлә хайран итәләр”. Ауыл клубы киләсәктә лә сәскә атһын өсөн беҙ бөгөн бында йыйылдыҡ. Ошо программа буйынса конкурста еңеп сығырбыҙ, тип ышанам, - ти ауыл активисы Рәүиә Санъярова.
Бөгөн халыҡ үҙенең әүҙемлеген, берҙәмлеген күрһәтте. Үрге Төкөн ауылының конкурста еңеүенә ышанысыбыҙ ҙур. Уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.