Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2024, 09:12

10 февралгә тиклем ураҙа тотоп өлгөрөгөҙ

"Гонаһтарың бөтәһе лә ярлыҡанды..."

10 февралгә тиклем ураҙа тотоп өлгөрөгөҙ10 февралгә тиклем ураҙа тотоп өлгөрөгөҙ
10 февралгә тиклем ураҙа тотоп өлгөрөгөҙ

"Гонаһтарың бөтәһе лә ярлыҡанды..."

12 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем Рәжәб айы бара. Унан Шағбан башлана, артабан инде - Рамаҙан, мосолманға ураҙа тоторға кәрәк. Әммә Рәжәб айының ураҙаһы ла файҙалы.

Әнәс, разыйаллаһу ғәнһү, әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм шулай тине: «Әгәр кем дә булһа берәү Рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, ул кеше өсөн тамуҡ ишектәре ябылыр һәм бикләнер. Әгәр кеше Рәжәб айында һигеҙ көн ураҙа тотһа, ожмахтың һигеҙ ишеге асылыр, 10 көн ураҙа тотһа, хәжәттәренең бөтәһе лә үтәлер, доғалары ҡабул булыр. 15 көн ураҙа тотһа, күктән хәбәр килер: «Эй, ураҙа тотҡан бәндә, һинең гонаһтарыңдың бөтәһе лә ярлыҡанды, ғәмәл дәфтәреңдә изгелектәрең генә ҡалды!»

Марат Ғафаров фотоһы.

Сығанаҡ: https://nazir1965.com/ғibrәtle-ҡissalar-xikәjәttәr-vәғәzdәr/rәzhәb-ajy-xaҡynda.html

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас