Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Ғинуар 2024, 03:58

Был аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин

“Сумма минең өсөн ярайһы ҙур ғына. Палатала бергә ятҡан ҡатындар түләнгән был аҡсаның күпмелер өлөшөн кире ҡайтарып була тип һөйләгәйне...".

Был аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкинБыл аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин
Был аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле әмәлиәт (операция) эшләтергә тура килә. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ:

* физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ;

*медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа;

* медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ;

* йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Шулай итеп, был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙ тураһында белегеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова.
Автор:
Читайте нас