+24 °С
Ямғыр
Хәҙер 20 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡасабаларҙа эшләп йөрөгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар грант дәғүә итергә мөмкин (элек 15 мең ине). Мәғариф министрлығы Башстаттан ошондай ауыл-ҡасабалар тураһында мәғлүмәттәр һорап алырға тейеш.
Конкурсҡа документтар 1 февралдән 31 майға тиклем ҡабул ителә.
Башинформ хәбәр иткәнсә, йыл һайын ауылда эшләгән 150 уҡытыусы 690-шар мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.