Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2024, 10:21

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ бер бөтөн, бер төптән икәнебеҙҙе һәм кәрәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлегебеҙҙе тойоп йәшәйбеҙ. Берҙәм булыуыбыҙ менән беҙ көслө, рухлы, бөйөк халыҡ булып ҡалабыҙ.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫИзгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Район халҡы махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Ҡыр­ мыҫҡалы ауылында ла ирекмәндәр штабы барлыҡҡа килде. Штаб С.М.Чугункин исемендәге мәктәп бинаһында урынлашҡан.

- Олокүл ауылының “Беҙҙең Патриот” ирекмәндәр клубы етәксеһе Ғәлиә Бикбаеваға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙең әйҙәүсебеҙ булды. Яҡташтар алғы һыҙыҡҡа киткән беренсе көндәрҙән алып уларға ярҙам ҡулы һуҙған берҙән-бер штаб. Изге эште башлаусылар кәңәштәрен бирҙе, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ кәрәкле материалдарҙы табыу, юллау буйынса йүнәлештәр ҙә бирҙе. Уларға барып бик күп эштәргә өйрәндек. Был эште атҡарып сығыуҙа беҙгә Зөлфирә Ямалова ҡушылды. “Кармаскалинцы СВОим” төркөмөн асып, иғлан яҙып, битараф булмаған халыҡтан аҡса йыябыҙ. Аҡса йыйыуҙа Ҡырмыҫҡалы мәсете, Татьяна Ибраҡова етәкселегендәге әүҙем пенсионерҙар төркөмө, физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре беренселәрҙән булып финанс ярҙам күрһәтте. Шул аҡсаға кәрәкле әйберҙәр – маскировкалау селтәре үреү өсөн махсус материал (спанбонд), бау, ауҙар һәр башҡа әйберҙәр һатып алдыҡ. Урал ауылында йәшәүсе Рәйсә апай Багавеева туҡыма киҫә торған станок тапшырҙы. Әйткәндәй, Рәйсә апайҙың ейәне Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Беҙҙең штаб икенсе ғинуарҙа эшләй башланы. Олокүл ауылында йәшәүсе Исмәғил Әрҙәширов менән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Рихард Бакиров маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн таяуҙар эшләне. Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Көнкүреш йортонда урынлашҡан балыҡсылар магазины хужаһы капрон ептәр тапшырҙы. Штаб асылған көндө Урал ауылынан Фәһимә Әлимғафарова, Флүрә Маҡаева һәм Рәйсә Багавеевалар килеп оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Төрлө мәсьәләләр буйынса С.М.Чугункин исемендәге мәктәп китапханасыһы Резеда Әхтәмоваға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул беҙгә хәленән килгәнсә ихлас ярҙам итә. Былай ғына ла түгел, буш ҡалай банка, ҡатырға, парафиндан окоп шәмдәре эшләү техникаһын үҙләштереп, оҫтарып алды. Был көндә күмәк көс менән 3х6 метр ҙур- лығында 4 москит селтәре һәм 68 блиндаж шәме әҙерләнде,- ти ирекмәндәр штабы координаторҙары Гүзәлиә һәм Илшат Ямалетдиновтар.

- Гофрланған ҡатырға ҡалай банҡаға урынлаштырыла. Шунан һуң иретелгән парафин ҡойола. Был шәмдәр яугирҙәрҙе йылытып ҡына ҡалмай, ә аш йылытыуҙа ла ярҙам итә. Бер шәм һигеҙ сәғәт яна. Уны һүндереп, ҡабаттан тоҡандырырға мөмкин. Урманда йылыныуҙың ошондай ысулы уҙған быуат башынан уҡ билдәле,- тип һүҙгә ҡушыла Резеда Шамил ҡыҙы.

- Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Гүзәл Кәримова өйөндә блиндаж шәмдәре эшләй, ойоҡбаштар бәйләй, гуманитар ярҙам йыйыуҙа бик ҙур ярҙам күрһәтә. Штабҡа халыҡ дәррәү йөрөй – кемдер маскировка сеткаһы эшләһә, кемдер уларҙы һалыу өсөн өйөндә тоҡсай тегеп килтерә, ҡайһы берәүҙәр шәмдәр өсөн буш консерва һәм башҡалар алып килә,- ти Гүзәлиә Тәлғәт ҡыҙы.

“Ярҙамыбыҙ кәрәкле урынға барып етеп, егеттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына булышлыҡ итһен”, - тип изге теләктәрен еткерҙе маскировкалау селтәрен үреүсе ағинәйҙәребеҙ исеменән Хәмиҙә Ғайсарова.

Еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем был изге эштә ярҙам итә ала. Шулай уҡ халыҡтан блиндаж шәмдәр эшләү өсөн буш ҡалай банкалар, ойоҡбаштар бәйләү өсөн иләнгән еп һәм башҡалар тапшырыу һорала. Бынан тыш, яҡынлашып килгән ир-егеттәр байрамы алдынан “Һалдатҡа бүләк ит!” акцияһы ойошторола. Был акция сиктәрендә һеҙ яугирҙәргә теш пастаһы, ҡыры- ныу әйберҙәре, салфеткалар, консерва, ҡуйыртылған һөт, кәнфит, пакетлы һәм үлән сәйҙәре һәм башҡалар ебәрә алаһығыҙ. Штаб иртәнге унынсы яртынан кискә тиклем эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-84-70-470.

Ҡырмыҫҡалыларҙың күмәк көс менән әҙерләнгән ярҙам тиҙҙән махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Берҙәмлектә көс, тигәндәй изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ ғаиләләргә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыныс тормош теләйбеҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ!

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас