Ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин программа ауылдағы проблемаларҙы асыҡлауға һәм хәл итеүгә йүнәлдерелгән, шуға конкурста еңеү халыҡтың әүҙемлегенә бәйле, тип аңлатты.
- Беҙҙең ауыл биләмәһе был конкурста күп тапҡырҙар ҡатнашып, еңеп сыҡты. Халыҡтың әүҙемлеге һәм берҙәмлеге арҡаһында, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә, Новоандреевка ауылында Тыныслыҡ, Мәктәп һәм Урман урамдарындағы юлдар ремонтланды, Шайморатов ауылында йәшәүселәр өсөн тағылмалы трактор һатып алынды, Грачевка ауылының Ленин урамы яҡтыртҡыстарына капиталь ремонт үткәрелде,- тип билдәләп үтте Илвир Миҙхәт улы.
Беренсе сираттағы проблемаларҙы һайлап, шайморатовлылар Далан урамындағы яҡтыртҡыстарҙы, Ленин урамында һыу үткәргес селтәрен ремонтлау, янғын һүндереү автомобиле йәки тулы приводлы МПК-1.2 мобиль комплексын һатып алыу кеүек теләктәрен еткерҙеләр.
Мәсьәләләрҙе тикшергәндән һуң ауыл халҡы ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеүгә, асылда, янғын һүндереү автомобилен йәки тулы приводлы МПК-1.2 мобиль комплексын һатып алырға тигән берҙәм ҡарарға килде. Проекттың яҡынса хаҡы – 2 800 000 һум.
Халыҡ бер тауыштан кәрәкле сумманың 10 проценты күләмендә аҡса йыйырға тигән ҡарарға килде. Алһыу Фәйрүзова, Илзина Ҡадирова, Гөлназ Абзанова, Гөлнара Ниғмәтуллина, Флизә Сәлимова, Гөлкәй Хурамшина, Артур Хурамшин, Вил Ғәйнуллин, Факиһа Ханнанова, Рәлиф Хисмәтуллиндан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар аҡса йыйыуҙа ярҙам күрһәтәсәк һәм эштәрҙең үтәлешен күҙәтеү аҫтында тотасаҡ. Аҡса артып ҡалған осраҡта, уны янғын һүндереү автомобиле йәки тулы приводлы МПК-1.2 мобиль комплексын һатып алыуға тотонорға ҡарар ителде.
Светлана КАРПОВА.