+28 °С
Болотло
2014 йылдан эшләп килгән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды.
Күптән түгел Александровка ауылында был программа буйынса быйыл тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы һайлау буйынса йыйылыш үтте. Йыйылышта ауылдың иң әүҙем граждандары ҡатнашты. Ауыл хакимиәте башлығы И.Латипов “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә ауыл халҡы был программала ҡатнашырға дәррәү ризалашты.
Эльвира БАЙБУЛАТОВА.