Йыйылыш башында ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов – йыйылыштың рәйесе, эштәргә идара итеүсе Гөлфиә Хәлиуллина – уның секретары, Айгөл Арыҫланова һәм Гүзәлиә Солтанморатова иҫәп комиссияһы тип һайланды.
Ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов әйтеүенсә, проекттың маҡсаты – ауылдағы проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы тормошҡа ашырыу. Улар – юлдарҙы ремонтлау, яҡтыртҡыстарҙы монтажлау, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү һәм муниципаль берәмектең тейешле вәкәләттәренә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр менән бәйле булырға мөмкин, тип аңлатты.
- Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы бюджетта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса етмәгән ауыл проблемаларын хәл итеү мөмкинлеге бирә. Шуға күрә күп кенә ауыл биләмәләре ҡатнашырға теләк белдерҙе лә инде. Мин һеҙҙе лә ситтә ҡалмаҫҡа һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырам,- тине Азат Марат улы.
Проектты тормошҡа ашырыу юлдары, муниципаль берәмек, халыҡ һәм иғәнәселәр тарафынан финанслау тураһында фекер алышҡандан һуң, Урал ауылы халҡы “БР Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Урал ауылының Йылға, Баҡса урамдарындағы автомобиль юлдарын ремонтлау” проекты менән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға тигән ҡарарға килде.
Йыйылыш барышында Гүзәлиә Солтанморатова, Римма Дятленко, Наилә Садиҡова, Айгөл Арыҫланованан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар аҡса йыйыу, халыҡҡа мәғлүмәт биреү һәм эштәрҙең үтәлешен күҙәтеү аҫтында тотоуҙа ярҙам итәсәк.
Аҡса артып ҡалған осраҡта, уның нимәгә тотоноласағы тураһында ла фекер алышынды. Уларҙы Урал ауылының Йәштәр урамындағы автомобиль юлы участкаһын ремонтлауға ебәрергә ҡарар ителде.
Марина ВИКТОРОВА.