Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
20 Января 2024, 05:19

Бөтә күбәләктәр ҙә үлгән

Себер һыуыҡтарын үтеп килгән матурҡайҙар Башҡортостан һыуыҡтарына түҙмәгән.

Бөтә күбәләктәр ҙә үлгәнБөтә күбәләктәр ҙә үлгән
Бөтә күбәләктәр ҙә үлгән

Башҡортостанда бөтә бөжәктәрҙең үлеме сәбәпле, күбәләктәр күргәҙмәһе ваҡытынан алда ябылды.

Ул 2 декабрҙә башланып, 14 ғинуарға тиклем уҙырға тейеш булған.

Сараны ойоштороусылар, Өфөләге күргәҙмәнең техник сәбәптәр арҡаһында ваҡытынан алда эшен туҡтатырға мәжбүр булыуы хаҡында хәбәр иткән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Өфөлә көслө һыуыҡтар арҡаһында 60 күбәләк һәләк булған.

- Йылытыла торған махсус урындарҙа торһалар ҙа, йәшәүҙәренә бөтә шарттар булдырылһа ла, күбәләктәр һыуыҡҡа сыҙамаған, – тип белдергәндәр күргәҙмә кассаһында.

Шуныһы сәйер, Өфөгә тиклем күргәҙмә Кемерово ҡалаһында булған. Себер һыуыҡтарына сыҙаған тропик бөжәктәр Башҡортостан һыуыҡтарын күтәрә алмаған.

Матур күргәҙмәне күреп өлгөрөүсе Оля Козлова фотоһы.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас в
Автор:
Читайте нас