Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Ғинуар 2024, 10:23

Кыст әл-хиндиның файҙаһы

Һәр кемгә ҡулланырға кәрәк

Кыст әл-хиндиның файҙаһыКыст әл-хиндиның файҙаһы
Кыст әл-хиндиның файҙаһы

Кыст әл-хинди порошогын мосолман тауарҙары кибетендә осратырга була. Уның тураһында Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.) хәдистәрендә лә әйтелә.

Составында 140 төрле компонент бар, шулар араһында иң төп матдәләр: эфир майы, протеиндар, фосфор, тимер, глютамин, кальций, Е, С, В2 витаминдары. Кыстты бик күп төрле ауырыуҙар ваҡытында ҡулланырға мөмкин.

Айырым алғанда, тромбоз, цистит, бөйөр һәм бауыр, аш эшкәртҽү органдары ауырыуҙарынан, нерв системаһына һәм баш мҽйҽһҽнә ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты яҡшырта, паразиттарҙы юҡ итә, балаға уҙа алмаусыларға ла ярҙам итә.

Профилактика маҡсатында порошокты бер стакан йылы һыуға яртышар бал ҡалағы һалып, көнөнә бер-ике тапҡыр эсҽргә кәрәк. Ризыҡҡа тәмләткес булараҡ һалырға ла мөмкин.

Кыст белән ингаляция яһау ҙа файҙалы. Уны яндырып, көнөнә бер нисә тапҡыр 10-15 минут һулағыҙ.

Организм хәлһезләнһә, бер сәй ҡалағы кыст порошогын 300 мл һөткә һалып ҡайнатығыҙ. Көнөнә ике мәртәбә эсегеҙ.

Биттә бетсә булғанда, гәрсис майына кыст тамыры порошогын һалып йылытырға һәм йылы килеш бетсә өҫтөнә һылағыҙ.
Сәсте нығытыу өсөн: ошо уҡ ҡатнашманы сәскә һылап тотоғоҙ.

Ревматизм, быуындар, арҡа ауыртҡандан: порошокты зәйтүн майында ҡыҙҙырып, йылы килеш ауыртҡан урынға һылағыҙ һәм бәйләп ҡуйығыҙ.

Теш ауыртһа, ауыҙ ҡыуышлығында инфекция булһа, 300 мл ҡайнар һыуға бер бал ҡалағы порошок һалып, 40 минут төнәтәһҽгеҙ һәм шуның мҽнән көнөнә бер нисә тапҡыр ауыҙығыҙҙы сайҡатаһыҙ.

Һалҡын тҽйгәндә компресс әҙерләгеҙ: ярты литр зәйтүн майын йылытып, шуңа ике аш ҡалағы кыст порошогы һәм шуның тиклҽм үк бал һалығыҙ. Катнашманы күкрәк тирәһенә, аркаға һылағыҙ. Өҫтөнә пленка ҡуйығыҙ. Ике сәғәттән йылы һыу менән йыуығыҙ.

Иммунитетты нығытыу өсөн: бер сәй ҡалағы төйөлгән порошокка бер сәй ҡалағы ҡара тминды ҡушып, көнөнә бер-ике тапҡыр ҡулланығыҙ. Артыннан йылы һыу ҙа эсәргә ярай. Йәки бал ҡабып ҡуйығыҙ.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ

Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас