Халыҡ араһында был хөрәфәттәргә ышаныусылар күп кенә. Быйыл – Кәбисә йылы, улым кәләш алмай торор инде, тигәнен күптәрҙән ишеткәнебеҙ бар. Был йылға ҡарата ышаныуҙарҙың килеп сығыуы уның дүрт йылға бер килеүе менән аңлатыла. Йыл оҙайлығы ғәҙәти йылдан айырылып, 366 көн тәшкил итә.
Дин белгестәре әйтеүенсә, улар бер ниндәй дәлиле булмаған, уйлап сығарылған хөрәфәттәр генә. Барлыҡ йылдар ҙа – Аллаһы Тәғәләнеке. Хажда ихрам кейемендә генә өйләнешергә ярамай, ҡалған ваҡытта өйләнергә лә, кейәүгә сығырға ла, яңы йортҡа күсергә лә ярай, ти улар. Бына шул хөрәфәттәргә ышаныу – үҙе ҙур гонаһ. Барлыҡ уңышлы, ауыр йылдар ҙа кәбисә йылы менән бәйле түгел, улар барыһы ла – Аллаһы Тәғәләнән. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, бәлә-ҡазалар ҙа кешеләрҙең гонаһтары өсөн ебәрелә.
Кәбисә йылына бәйле хөрәфәттәргә ышанмай, быйыл да яңы ғаиләләр ишәйһен, барығыҙға ла татыу, бәхетле тормош насип итһен ин шәә Аллаһ!
Фото: Т. АМАНОВ.