Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2024, 06:57

Иҫкеҡыйышҡылар еңеүгә ышана

Көндән-көн тормошобоҙ уңайлана, матурлана бара. Һәр ваҡыттағыса районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла.

Иҫкеҡыйышҡылар еңеүгә ышанаИҫкеҡыйышҡылар еңеүгә ышана
Иҫкеҡыйышҡылар еңеүгә ышана

Көндән-көн тормошобоҙ уңайлана, матурлана бара. Һәр ваҡыттағыса районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге төҙөкләндереү эштәре әүҙем алып барыла.

Яңы скверҙар, халыҡ өсөн бик күп төрлө ял итеү урындары барлыҡҡа килә. Әлбиттә, быларҙың барыһына ла “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы булышлыҡ итә. Әйткәндәй, был программа бик күп йылдар уңышлы эшләп килә һәм ауылдарҙағы бик күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Был проекттың үҙенсәлеге лә шунда – ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Иҫке Ҡыйышҡы ауылында ла “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Йыйылышты асып, Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов программаның мөмкинлектәре, проект еңеп сыҡһын өсөн ниндәй юлдар үтергә кәрәклеге хаҡында ентекле һөйләне. Йыйылышта өс тәҡдим яңғыраны: беренсеһе – Иҫке Ҡыйышҡы ауылының “Өфө Ҡырымы” биҫтәһен һыу менән тәьмин итеү, икенсеһе – юлдарҙы төҙөкләндереү һәм урамдарҙы яҡтыртыу проекттары тәҡдим ителде. Артабан ауыл халҡы бер тауыштан “Ауылдың Көньяҡ һәм Йәштәр урамдарында яҡтыртыу системаларын булдырыу” проектын хуплап, программа ярҙамында ошо ҙур, әммә бөтәһенә лә бик кәрәкле мәсьәләне хәл итергә, тигән ҡарарға килде. Проекттың конкурста еңеп сығыуы өсөн ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы ла мөһим. Бының өсөн инициативалы төркөм ойоштороу төп шарттарҙың береһе булып тора. Уның составына ауыл яҙмышына битараф булмаған, эште ойоштора һәм халыҡҡа проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт бирә белгән, хәлде объектив баһаларға һәләтле активистар инде. Бына улар – Ирина Хаживәлиева, Зөлфиә Сөнәғәтуллина, Алина Кожевникова, Елена Ястребова, Гүзәл Ғәбиҙуллина һәм Айһылыу Иҫәнбәтова. Улар шулай уҡ халыҡтан аҡса йыйыу менән шөғөлләнәсәктәр. Һәр йорттан1500 һум йыйырға ҡарар ителде. Әгәр артыҡ аҡса ҡалһа, уларҙы ауылды өҫтәмә яҡтыртыуға тотонорға ниәтләйҙәр.

Өҫтөнлөклө бурыс һайланды. Ә билдәләнгән ниәттәр тормошҡа ашһын өсөн бергәләп тырышырға кәрәк. Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡына уңыштар теләйбеҙ.

Ғәлиә КӘРИМОВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас