Әҙәби жанрҙағы яҙмаларың менән кешеләрҙең рухын күтәреп, матур тойғолар уята алыуың да үҙе бер кинәнес ул. Ғүмерем буйы яҙышып, журналистика өлкәһенә ниндәйҙер өлөш керетә алыуыма, шуға мөмкинселек биргән яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
Гәзит, журналдар - бала саҡтан алып минең айырылғыһыҙ, көтөп алған юлдаштарым.
Ғәлимә Тимерғазина, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Тормошобоҙҙа яңы осор - яңы йылға аяҡ баҫҡас, тағы ла бер матур дата - Матбуғатыбыҙ көнөн билдәләп үтәбеҙ. Форсаттан файҙаланып, бар ал-ял белмәй эшләгән, ялда булған хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары, яҡташтарымды Яңы йыл менән ҡотлап үткем килә.
Мин оло уҡ ғүмер һанын яулаған уҡыусы булараҡ үҙемдең тормошомдо матбуғатһыҙ күҙ алдына лә килтерә алмайым. Баҫма ниндәй исем аҫтында сыҡһа ла, мин даими алдырып, уҡып барҙым, барам.
Матбуғат минең өсөн кәңәшсе лә, дуҫ та, серҙәш тә, этәргес көс тә. Сөнки, мин йәштән үк гәзит менән хеҙмәттәшлек итәм. Гәзит биттәрендә шиғырҙарым әленән-әле баҫылып тора. Матбуғатһыҙ йәшәү айһыҙ төн, һыуһыҙ ҡоҙоҡ кеүек булыр ине.
Матбуғаттың тормошонда ижади уңыштар теләйем, халҡыбыҙҙы матбуғаттан айырылмаҫҡа, активыраҡ булырға, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр, хәсрәт-шатлыҡтар менән бүлешергә саҡырам.
Риф Йөҙлөкбаев, Яңы Ҡыйышҡы ауылы:
- Матбуғат тормошомда ғүмер буйы ҙур роль уйнаны. Ул һәр саҡ минең менән бергә булды. Тәүҙә әсәйем гәзит алдырған саҡта, мин уҡыусы булғанда, шиғырҙарым гәзит биттәрендә баҫыла башланы. Шунан клубта эшләгәндә матбуғаттағы мәҡәләләрҙе һәм сценарийҙарын ҡуллана торғайным. Үҙем дә Яңы йыл сценарийҙарын яҙып һалғаным булды.
Хаҡлы ялға китер алдынан миңә лә “Даирә” гәзитендә алты йыл эшләү бәхете тейҙе. Был осорҙа ҡыҙыҡ мажаралар ҙа, ауырлыҡтар ҙа булды. Төрлө һауа торошонда ла командировкаларға сыға инек. Нисек булһа ла, гәзитте сығарырға өлгөрөргә кәрәк бит! Татыу, берҙәм эшләгән коллективта эшләүем матур иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалды.
Сажиҙә Әхмәҙиева, Ибраһим ауылы, ауыл хәбәрсеһе:
- Гәзитһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул минең йәшәйешемдең бер өлөшөнә әйләнде. 2005 йылдан бирле “Даирә” гәзитенә ижад иткән шиғырҙарымды ебәрәм. Ошо ваҡыт эсендә күпме шиғырҙарым донъя күрҙе! Улар “Әҙәби гөлләмә” махсус биттәрендә баҫылды. Конкурстарҙа ла ҡатнашып, гел беренсе һәм икенсе урындар алдым. Шулай уҡ ҡыҫҡаса мәҡәләләрем дә гәзит биттәрендә сығып тора. Әүҙем яҙышыуым өсөн 2022 йылда гәзиттең лауреаты булып та ҡыуаныс кисерҙем. Киләсәктә лә ижад ҡомарым һүнмәйенсә, яратҡан гәзитем менән хеҙмәттәшлек итеп торормон, тип уйлайым.