Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Ғинуар 2024, 15:54

Ирен ҡурҡытырға ғына теләгән...

Әсә бәләкәй улын ныҡ яратҡан, шуға ул үҙенә ҡул һалмаҫ ине тиҙәр...    

Ирен ҡурҡытырға ғына теләгән...Ирен ҡурҡытырға ғына теләгән...
Ирен ҡурҡытырға ғына теләгән...

Бер нисә көн элек социаль селтәрҙәрҙә ҡурҡыныс видеояҙма таралды. Унда йәш ҡатындың тәҙрәнән ҡолап төшкәне күрһәтелә. Бик күп йәрәхәттәр менән уны дауаханаға алып китәләр, тик ул йән бирә. Тәүге фараз булып, ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалған тиҙәр.

Әле иһә был ваҡиғаға асыҡлыҡ индерелде. Баҡһаң, ҡатын һис тә үлергә теләмәгән, ә ирен ҡурҡытырға ғына уйлаған. Был турала "Башкирия Online" телеграм-каналы хәбәр итә.

Был хәл Өфөнөң Дим районында булғайны. Һәләк булған ҡатынға 25 йәш, исеме Элина. Әхирәте һөйләүенсә, уны элекке ире эҙәрлекләгән һәм янаған. Быға тиклем ир бер нисә ай сит төбәктә эшләгән һәм ялға ҡайтҡан. Ирҙең көнләшеүе арҡаһында улар әрләшкән. Әхирәте әйтеүенсә, ир эсергә лә яратҡан, ошо сәбәпле даими низағтар булған.

“Эсергә ярата ул. Иҫереп алһа, аҡылын юғалта. Көнләшә, туҡмай, янай ине, тыныс йәшәргә бирмәне”, – тигән ул.

Туғандары Элинаға ирҙе ташла тигән һәм улар айырылышҡан. Тик бынан һуң ир уны эҙәрлекләй, ғәфү үтенә башлай. Һөҙөмтәлә, улар кире ҡауышҡан.

Фажиғә алдынан улар йәнә әрләшә, ир ҡатындың телефонын тартып ала. Элина иренең апаһы менән бергә уны аҡылға ултыртырға, ҡурҡытырға була. План буйынса, ҡатын тәҙрә аша сығырға, унда әҙерәк торорға һәм кире инергә тейеш була. Быны видеоға төшөрөргә һәм иргә ебәрергә ҡарар итәләр. Тик бына тәҙрә аша сыҡҡас, 25 йәшлек ҡатын тайып китә һәм аҫҡа оса.

“Был бер ниндәй ҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыу түгел. Ул ҡурҡытырға ғына теләгәйне. Элина тормошто ныҡ яратты, ул бәләкәй улын бер ҡасан да ҡалдырып китмәҫ ине, сөнки ныҡ ярата ине”, – ти әхирәте.

Балаға ни бары өс йәш. Уның кем менән ҡалыры билдәле түгел. Ә тәфтишселәр хәлде тикшерә.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:
Читайте нас