Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Ғинуар 2024, 08:22

Икенсе аҙнала йылыраҡ көндәр көтә

Бөгөн төндә баш ҡалала -22 градус һыуыҡ, ә көндөҙ -16. Киләһе аҙна нисек буласаҡ?

Икенсе аҙнала йылыраҡ көндәр көтәИкенсе аҙнала йылыраҡ көндәр көтә
Икенсе аҙнала йылыраҡ көндәр көтә

15 – 21 ғинуарҙа өҙлөкһөҙ ҡар яуыуын күҙаллай синоптиктар.

Икенсе аҙнала Башҡортостанда ҡарлы, был аҙна менән сағыштырғанда йылыраҡ була.

15 ғинуар тәүлек буйы ҡар яуа. Төндә һауа температураһы -20 градусҡаса етә, көндөҙ -12...-14 градус. Ел көньяҡтан талғын.

16 ғинуарҙа төндә -12 градус һыуыҡ, көндөҙ -9-ға тиклем. Ҡар яуа, ел көньяҡтан талғын.

17 ғинуарҙа көн торошо әллә ни үҙгәрмәй. Һауа температураһы -4...-7 градустаҙа тирбәлә. Ел көньяҡтан иҫә, талғын.

18 ғинуар -10...-12 градус. Ҡар яуыуы дауам итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

19 ғинуарҙа ла ҡар яуыуы көтөлә. Төндә һауа температураһы -11 градус һалҡын булһа, көндөҙ -7. Ел көньяҡтан талғын иҫә.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас