Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Ғинуар 2024, 08:17

Бала мәктәптәге баҫҡыстан ҡолап төшкән

Ул ауыр тән йәрәхәттәре алған...

Бала мәктәптәге баҫҡыстан ҡолап төшкәнБала мәктәптәге баҫҡыстан ҡолап төшкән
Бала мәктәптәге баҫҡыстан ҡолап төшкән

Туймазының бер мәктәбендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Уҡыусы бала икенсе ҡаттың баҫҡысынан ҡолап төшөп, реанимацияға эләккән. Был хаҡта UfaNovosti хәбәр итә.

Малай 5-се класта уҡыған. Бала ауыр тән йәрәхәттәре алған: баш мейеһе, соңҡа һөйәге зыян күргән. Уны тиҙ арала дауаханаға оҙатҡандар. Табиптар баланың хәлен ауыр тип билдәләй. Хәлде тәфтишселәр үҙ ҡарамағына алған.

Баланың хәле тиҙ арала яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, һауығып аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ!

Сығанаҡ: UfaNovosti

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас