Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Ғинуар 2024, 07:00

Самолетта тыуған сабый

Жуковский-Дүшәмбе  машруты менән осҡан самолетта ҡатын һау-сәләмәт бәпәй тапҡан.    

Самолетта тыуған сабыйСамолетта тыуған сабый
Самолетта тыуған сабый

Жуковский-Дүшәмбе  машруты менән осҡан самолетта ҡатын һау-сәләмәт бәпәй тапҡан.

 

"Урал авиалиниялары" компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, самолет бейеклеккә күтәрелеү менән пассажир ҡатындарҙың береһе ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрә. Асыҡланыуынса, ул ауырлы була. Бортпроводниктарҙың береһе, Надежда Ивакина һөнәре буйынса фельдшер була. Уға ярҙамға Мәҙинә исемле шәфҡәт туташы булған пассажир ҙа килә. Ҡатын сабыйын иҫән-һау тыуҙыра. Самолеттағы хәл тураһында һауа судноһының командирына хәбәр ителә.

Самолетты ҡаршылап, "Ашығыс ярҙам" машинаһы ла көтөп тора. Самолеттағы пассажирҙар яңы тыуған сабыйҙы ҡотлап, тиҙ арала бүләккә аҡса ла йыйып өлгөрә.

Һауа киңлегендә донъяға килгән ҡыҙсыҡҡа тормошта ла киң асыштар юлдаш булһын!

Фото: ирекле сығанаҡтан

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас