Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Ғинуар 2024, 17:30

Бүләк өсөн түгел, күңел өсөн

Ҡустығол ауылынан Рәйсә Рәхимова:- Гәзитһеҙ йәшәргә күнекмәгәнбеҙ, иптәшем дә, үҙем дә ғүмер буйына гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Беребеҙ уҡығанды, икенсебеҙ көтөп ала. Бүләк отоуым хаҡында ла иң беренсе иптәшем гәзиттән уҡып, һөйөнсө алды.

Бүләк өсөн түгел, күңел өсөнБүләк өсөн түгел, күңел өсөн
Бүләк өсөн түгел, күңел өсөн

Бүләк өсөн яҙылмайым, шулай ҙа уйындар,конкурстар үткәрелеүе оҡшай. Яҙылыусыларын шулай ҡыҙыҡһындырып торған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.Уларға ижади уңыштар, уҡымлы мәҡәләләр, әүҙем, күп һанлы яҙылыусылар теләп ҡалам. “Даирә” гәзитен Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында ла алдырыуҙарын белдем әле. Шулай булғас, гәзит йәшәһен тип теләп, рәхәтләнеп уҡырға ғына ҡала.

Автор:
Читайте нас