Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 17:37

Бөгөн - Рәғәиб кисе

 Был төндә Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, доғаларҙы ла ҡабул итеп кенә тора, тиҙәр.

Бөгөн - Рәғәиб кисеБөгөн - Рәғәиб кисе
Бөгөн - Рәғәиб кисе

Рәжәб айының беренсе йомаһы алдынан буласаҡ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең ата-әсәһе үҙҙәренең никах төнөн үткәрә һәм уның әсәһе ауырға ҡала. Ул Рәғәиб кисе тип атала. Быйыл ул 11 ғинуарға тура килә. Бәйғәмбәрҙең атаһы Ғабдулла бин әл-Хашим, Мәккә ҡалаһын төйәк иткән Хашим ырыуының Көрәйеш ҡәбиләһенән сыҡҡан ваҡ сауҙагәр, улы тыумаҫ борон уҡ вафат була, ә әсәһе, Мәҙинә ҡалаһы ҡыҙы Әминә, улын алты йәшендә үкһеҙ етем ҡалдыра. Малайҙы тәүҙә олатаһы, унан атаһы менән бер туған ағаһы тәрбиәләй.

Мосолмандар Рәғәиб кисендә бәйғәмбәребеҙҙең иҫтәлеген хөрмәтләй, доғалар уҡый, Аллаһы Тәғәләнән мәрхәмәтлек, изгелек һәм теләктәренең ҡабул ителеүен һорай. Был төндә Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡолдарына рәхмәтен дә күберәк бирә, доғаларҙы ла ҡабул итеп кенә тора, тиҙәр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в
 
Автор:
Читайте нас