Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Ғинуар 2024, 12:06

Лимон файҙаһы

Ҡан баҫымын көйләй, баш ауыртыуҙы баҫа, ҡан тамырҙарын һаҡлай.

Лимон файҙаһыЛимон файҙаһы
Лимон файҙаһы

Ҡан баҫымын көйләй, баш ауыртыуҙы баҫа, ҡан тамырҙарын һаҡлай.

Лимон туҡымаларҙы туҡландыра торған С, А, В1, В2, Д, Р витаминдарына бай булған лимон – күп ауырыуҙарҙан дауа. Ул косметологияла лә даими ҡулланыла.

– Тамаҡ шешкәндә телемләп киҫелгән лимонды ауыҙға ҡабып һураһың һәм йотаһың, шуны сәғәт һайын ҡабатларға. Бигерәк тә лимондың ҡабығы файҙалы. Уны сәйнәгәндән һуң, С витамины тамаҡ төбөндәге бактерияларҙы үлтерһен өсөн, башҡа ризыҡ ҡапмай тораһың.

– Йүткергәндә бер тигеҙ күләмдә бал, лимон һыуы, шәкәр ҡомо алып ҡайнатаһың да, өйәнәк башланғас, бер аш ҡалағы күләмендә ҡабып ҡуяһың.

– Тымаулағанда танауға көнөнә 5-6 тапҡыр бер нисә тамсы лимон һыуы тамыҙаһың.

– Вирустарға ҡаршы сөгөлдөр һәм лимон һыуы ҡушылмаһы – иң яҡшы сара.

– Гипертониянан интегеүселәргә тәүлеккә 3-4 тапҡыр ҡабығы менән ярты лимон ашау файҙалы.

– Лимонда витаминдар менән бергә калий кеүек бик кәрәкле микроэлемент та бар. Ул емеш-еләк составындағы цитрин һәм аскорбин кислотаһы менән ҡушылып, ҡан тамырҙарының стеналарын нығыта, уларҙың һығылмалылығын арттыра.

– Танау ҡанағанда тишегенә лимон һыуы һеңдерелгән мамыҡ тығалар. Ҡан ҡаты аға икән, танау япраҡтарын бармаҡтар менән ҡыҫып, өс минут тотаһың. Был ваҡытта маңлайығыҙға һалҡын таҫтамал йәки боҙ ҡуйығыҙ.

Сығанаҡ: vk.com/sovet1001receipt

Фото: proprikol.ru 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас