Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылынан Регина менән Илгиз, уларҙың улдары Илназ Мөлөковтар быға тиклем дә республика ярыштарында үҙҙәренең тыуған районы исеменән сығыш яһағаны бар. Тик бына тәүге өс еңеүсе иҫәбенә эләккәндәре юҡ. Улар күптән түгел Яңы йыл ғаилә уйындарының район этабында өс тапҡыр рәттән беренселекте яуланы һәм йәнә Башҡортостан бәйгеһендә үҙ көсөн һынамаҡсылар.
Ғаилә ярыштарының финалы ғәҙәттәгесә Ҡырмыҫҡалы ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткәрелде. Мөлөковтарҙан тыш унда тағы 15 команда ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе өсөн туғандары, яҡындары һәм дуҫтары “көйҙө”.
Әйткәндәй, Башҡортостанда сәләмәт тормош алып барыуға, спортты үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Милли проекттың “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ярҙамында республикалағы спорт объекттарының матди-техник базаһы нығытыла, төрлө спорт саралары үткәрелә. Һөҙөмтәлә халыҡ сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп ителә.
Фото, сығанаҡ: vk.com/karmadm