

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡайһы бер юлдарында автомобилдәҙең хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелгән.
Водителдәрҙең хеүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм тейешле ярҙам күрһәтеү маҡсатында, ведомство М-5 Урал автомобиль юлына ике мобиль йылыныу пункттары оҙатылған. Уларҙың береһе – 1501-се километрҙа (Иглин районындағы Ясная Поляна ауылына боролған урында), икенсеһе 1543-сө километрҙа (Иглин районының Майский ауылына боролған урында) урынлаштырыла.
Башҡортостандағы автомобиль юлдарында йөк һәм пассажир транспортына сикләүҙәр индерелде:
⛔ М-5 Урал
– 1194 – 1369-сы километрҙа (Октябрьский ҡалаһы, Туймазы районы, Бүздәк районы)
- 1494 – 1548-се километрҙа (Өфө районы, Иглин районы)
М-5 Урал
⛔ Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ – Миәкә:
- 0-дән 151-се километрға тиклем (Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә райондары)
⛔ Өфө-Бөрө-Яңауыл
- с 33+000 – 173+000 километрҙа (Благовещен, Бөрө, Бөрө, Мишкә, Борай райондары).
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водителдәргә ярҙам күрһәтеү өсөн тағы ла ике йылытыу пункты ебәрелгән.
Участкалары:
- М-5 Урал автомобиль юлына бер мобиль йылытыу пункты ебәрелгән. Урынлашыу урыны 1307 километр (Туймазы районының Серафимов ауылына боролош)
- Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлына бер мобиль йылытыу пункты ебәрелгән. Урынлашыу урыны 111-се километр (Бөрө районы Баженов ауылына боролған урын).
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль юлдары участкаларында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн тағы бер нисә йүнәлештә хәрәкәт сикләүе индерелгән:
- Р-240 трассаһы Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 198 – 273-сө километрында (Мәләүез, Көйөргәҙе райондары);
- Өфө – Инйәр – Белорет юылының 67 – 205-се километрында (Архангел, Белорет райондары);
- Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 115-276-сы километрында (Әбйәлил, Белорет райондары);
- Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының 2 – 93-сө километрында (Белорет, Учалы райондары);
- Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 185 – 204-се километрында (Дыуан районы);
- Оло Тәләк юлының 0 – 10-сы километрында, Иглин юлының 0 – 5-се километрында, Иглин – Кәлтә юлының 0 – 7-се километрында, Иглин – Красный Восход юлының 0 – 51-се километрында (Иглин районы).
Һауа торошона бәйле, ул ваҡыттың оҙайтылыуы ла ихтимал.
Фото: mchsrb