

Балалар баҡсаһында һәр ваҡыт Әсәйҙәр көнө бик йылы итеп уҙғарыла. Кескәйҙәр иң ҡәҙерле кешеләренә арнап шиғырҙар ятларға, йырҙар йырларға өйрәнә, үҙ ҡулдары менән тырышып-тырышып бүләктәр яһай. Ғөмүмән, был байрамды яратмаған кеше юҡтыр ул, сөнки барса кеше был көндө көтөп алып, иң яғымлы һүҙҙәрен, һөйөүен, йылы мөнәсәбәтен әсәһенә бағышларға ашыға.
Был юлы ла балалар баҡсаһы мөдире Нәзирә Диарова ихлас, матур ҡотлау һүҙҙәре менән байрамды башлап ебәргәндән һуң алсаҡ йөҙлө балалар, тәрбиәселәр, музыка етәкселәре ҡунаҡтарға үҙҙәренең һөйөүен һөнәрҙәре аша еткерҙе.
Балаларҙың йыр-моңдары, шиғырҙары әсәйҙәрҙең йөрәктәренә үтеп инеп, күңелдәренә шатлык һәм кинәнес килтерҙе. Сара тамамланғас, һәр сабый әсәһенә бүләген тапшырырға ашыҡты.
Эльвера Рафиҡова.
1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.