

Байрамға әҙерлек алдан уҡ башланғайны: ата-әсәләр балаларына төрлө кейемдәр тектеләр, әйберҙәр яһанылар. Малай-ҡыҙҙар төрлө еләк-емеш итеп тегелгән һәм биҙәлгән костюмдарҙа әйлән-бәйлән уйнап, йырлап-бейеп күңел астылар. Шулай уҡ улар төрлө уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашты.
Театрлаштырылған тамашала балалар янына ҡунаҡҡа урмандан терпе лә килде: ул үҙенең йомаҡтарын ҡойоп, байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе. Ошондай шәп урындан ситтә ҡалмайым тип хатта Ҡурҡытҡыс та килеп етте. Ул сараның аҙағында балалар, тәрбиәселәр һәм урмандан килгән терпе менән дуҫлашып, рәхәтләнеп уйнап, күңел асты. Ә Көҙ апай күстәнәстәр ҙә алып килде - ул балаларға алмалар таратты.
Был байрам балаларҙың кәйефтәрен күтәреү, шатлыҡ бүләк итеү генә түгел, уның аша берҙәмлек, дуҫлыҡ, хеҙмәткә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләргә булышлыҡ итте. Ғөмүмән, тәрбиәселәр бәләкәстәрҙең күңеленә асҡыс таба, иң йылы тойғолар уята алды. Матур итеп ойошторолған байрам кескәйҙәрҙең күңелен үҫтерҙе, улар һәм ата-әсәләр ҡәнәғәт ҡалды.
Светлана Хәсәнова, 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.