Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Декабрь 2023, 17:07

Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты

Был турала Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов һөйләне.     

Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайттыЖурналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты
Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты

Ошо арала Башҡортостан журналистары сираттағы тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала йөрөп ҡайтты. Унда мәғлүмәттәр йыйған арала улар төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарыған. Уларҙың береһе тураһында үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һөйләне.

“Луганск Халыҡ Республикаһына килеп почти кендек инәһе булырбыҙ тип кем уйлаған.

Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары эшләгән бала табыу йортона ла инеп сыҡтыҡ. Табип халаттарын, ҡалпактарын, маскаларын кейеп алдыҡ. Кендек инәһе тигәндән, тап беҙ интервью алған мәлдә бер бәпәй яҡты донъяға килеп маташа ине. Кем тыуғандыр, әммә уныһы мөһим дә түгел, тик бөтә балалар ҙа бәхетле булһын, дүрт күҙ араһында үҫһендәр”, – тип яҙҙы ул.

Фотола: (һулдан уңға) Артур Дәүләтбәков , Вәдүт Исхаҡов, Миләүшә Ҡаһарманова һәм бәхетле әсәйҙәр.

 

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-12-18/zhurnalistar-luganskta-kendek-in-e-bulyp-aytty-3572429

 

Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты
Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты
Журналистар Луганскиҙа кендек инәһе булып ҡайтты
Автор:
Читайте нас