

Йыл һайын илдә балалар араһында быума йүтәл сиренең артыуы билдәле. Республикала ла хәл маҡтанырлыҡ түгел. Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй балалар аллерголог-иммунологтар ассоциацияһының төбәк етәксеһе, Педиатрия респиратор йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Резеда Фәйзуллина хәүефле сирҙең ни өсөн таралыуы тураһында аңлатма бирҙе.
Белгестең әйтеүенсә, 2000 йылда статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 600-гә яҡын бала быума йүтәл менән сирләгән. Ә бөгөн уларҙың һаны дүрт меңдән ашыу! Докторҙың фекеренсә, XXI быуат пандемиялар һәм аллергия йылы булараҡ дауам итәсәк.
“Бөтә нимә лә үҙгәреш кисерә: климат, кешеләрҙең йәшәү рәүеше, аҙыҡ сифаты, инфекциялар төрҙәре. Быларҙың барыһы ла аллергия сирҙәренең таралыуына, шул иҫәптән, быума йүтәл артыуына йоғонто яһай”, – тип иҫәпләй табип. Ул быума йүтәлдең (бронхиаль астманың) һәм күп кенә аллергия сирҙәренең генетик нигеҙе булыуын билдәләне.
“Был күп гендар менән характерланған сир, шуға күрә диагноз ҡуйыуы бик ҡатмарлы. Нәҫелдән килгән бирешеүсәнлекте яңы тыуған баланың тәүге аҙнаһында ла, айҙар, йылдар дауамында ла йәки ул үҫә төшкәс тә күрә алабыҙ”, – тип аңлата был хәлде Резеда Фәйзуллина.
Бала саҡта аҙыҡ-түлеккә аллергия йыш күҙәтелә, вируслы бактериаль инфекциялар йонсота. Был йыш ҡына балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан һуң күҙәтелә, ти табип. Быума йүтәлде стрестарҙың, күңелһеҙ ваҡиғаларҙың көсәйтеп ебәреүе билдәле. Ошо факторҙарҙың да сәбәпсе булыуы ихтимал: һәр өйҙә йәшәгән туҙан талпандары, үңәҙ, тараҡан һәм йорт хайуандары аллергендары, тәмәке төтөнө, һеркә, ҡайһы бер дарыуҙар, аҙыҡ-түлек аллергендары һәм башҡа күп төрлө сәбәптәр.
Быума йүтәл – ауыр сир, шуға күрә дөрөҫ дауа тәғәйенләү өсөн тәүге сир билдәләрен башҡа сирҙәрҙән ваҡытында айыра белеү мөһим. Терапия дөрөҫ тәғәйенләнгәндә, сирлеләрҙең 50 процентын быума йүтәлдән ҡотҡарырға мөмкин, тип иҫәпләй был өлкәлә эшләгән белгестәр. Тәүге сир билдәләре тын алыу юлдарының ялҡынһыныуы, тарайыуы һәм лайла менән ҡапланыуы менән бәйле. Шул сәбәпле һауа етешмәүе, тын ҡыҫылыуы, күкрәктә ауыртыу тойолоуы ихтимал. Бала йыш ҡына төндә йүтәлләй. Билдәләрҙең төрлө ваҡытта төрлөсә булыуы мөмкин, сирҙең еңелсә үтеүе йәиһә етди хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Сирҙең киҫкенләшеүе быума йүтәл өйәнәгенә килтереүе лә бар.
Балаларҙа сир башланыу билдәләрен таныуы ауыр, сөнки улар йыш һалҡын тейҙерә, экологик мөхит уны тағы ла ҡатмарландырып ебәрә. Төп билдәләре – хроник ҡоро йүтәл, иртә менән тымау күҙәтелеүе, танау тоноуы, тән ҡысытыуы ата-әсәне һиҫкәндерергә тейеш. Балала ошо үҙгәрештәрҙе һиҙеү менән аллергологҡа йәки пульмонологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табипҡа барыуҙы кисектерергә ярамай, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең әсе тәжрибәһен ҡабатламағыҙ, тип иҫкәртә аллергологтар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.