

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иғлан иткән Сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт аҙналығы барышында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш диетологы Рушания Ялалова дөрөҫ туҡланыуҙың төп ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
– Һеҙгә ярҙам һорап кемдәр мөрәжәғәт итә?
– Йышыраҡ һимереү менән интеккән йәки сәләмәтлеге ҡаҡшаған, ауырлығы ныҡ артыу һөҙөмтәһендә тышҡы ҡиәфәте үҙгәргән кешеләр килә. Шулай уҡ диетологка эндокрин, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре яфалағанда мөрәжәғәт итәләр.
– Әгәр кәүҙә ауырлығы ныҡ артһа, һимереүҙән бер нисек тә ҡотолоп булмаһа, ниндәй сара күрергә мөмкин?
– Тәүҙә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Бәлки, йәшәү рәүешен үҙгәртеү ҙә ярҙам итер. Рацион тураһында ғына һүҙ бармай бында. Тән массаһы индексынан тыш, биоимпедансометрия күрһәткестәре мөһим. Был тикшереү организмдың электр ҡаршы тороусанлығы күрһәткестәрен асыҡлай. Ябай тел менән әйткәндә, ул тәндә күпме мускул, май һәм һөйәк массаһы булыуын, күпме шыйыҡлыҡ барлығын, уның нисек урынлашыуын, эске ағзалар массаһын, матдәләр алмашыу әүҙемлеген билдәләй. Мәҫәлән, кеше ябыҡҡанда был анализ ауырлыҡ кәмеүенең нимә иҫәбенә – май йәки мускулдар юғалтылыуы иҫәбенәме, барыуын асыҡлай. Организм, бәлки, һыуһыҙланғандыр – был да билдәле була.
– Һимереүҙең киң таралған сәбәптәре ниндәй?
– Уның сәбәптәре күп. Һимеҙлектең нәҫелдән килеүе лә, эндокрин тайпылыштар, шул иҫәптән йод етешмәүе арҡаһында барлыҡҡа килеүе лә, ҡасандыр кисерелгән вирус инфекциялары ла, ашҡаҙан-эсәк системаһы сирҙәре лә, үт ташы ауырыуы ла сәбәпсе булыуы ихтимал. Шулай уҡ юғары калориялы углеводтар ҡулланыу һәм йәшелсә, емеш-еләк, ит, балыҡ аҙыҡтарын тейешле кимәлдә ҡулланмау бик тиҙ ауырлыҡ артыуына килтерә. Аҙ хәрәкәтләнеү, һис шикһеҙ, тән ауырлығы артыуына йоғонто яһаясаҡ.
– Дөрөҫ туҡланыуҙы нисек аңларға? Уның айырым ҡағиҙәләре бармы?
– Ул – кешенең сәләмәтлеген нығытыуға һәм сирҙәрҙе иҫкәртеүгә булышыусы, организм үҫешен һәм эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе сәләмәт туҡланыу. Тап ошондай туҡланыу даими физик күнегеүҙәр менән бергә хроник сирҙәр һәм тайпылыштар хәүефен кәметә лә инде. Атап әйткәндә, һимереү, йөрәк-ҡан тамырҙары, диабет, юғары ҡан баҫымы һәм яман шеш сирҙәрен иҫкәртеп була.
– Көн дауамында туҡланыуҙы нисек дөрөҫ итеп ойошторорға?
– Туҡланыу режимы нигеҙендә дүрт принцип ята. Беренсенән, туҡланыу даими булырға тейеш. Икенсенән, тәүлек эсендә уны дөрөҫ бүлгеләү мөһим. Сәләмәт кешегә өс-дүрт тапҡыр туҡланырға тәҡдим итәм. Улар арһында өҫтәмә тамаҡ ялғап алыу мөмкин. Өсөнсөнән, рационда төп аҙыҡ матдәләре булырға тейеш: аҡһым, майҙар, углеводтар, минераль матдәләр һәм витаминдар. Дүртенсенән, көн дауамында аҙыҡ миҡдарын дөрөҫ бүлегеҙ. Калориялы аҙыҡтың өстән ике өлөшө иртәнге һәм төшкө ашҡа тура килергә тейеш.
– Күптәр сәләмәт туҡланыу бик ҡиммәткә төшә, уны күҙәтеүе ауыр тип иҫәпләй. Был фекер менән ризаһығыҙмы?
– Юҡ, әлбиттә. Дөрөҫ туҡланыу һәр кемдең ҡулынан килә. Ярмаларға, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәгә хаҡтар артыҡ ҡиммәт түгел. Органик тип аталған аҙыҡтарҙы һатып алырға саҡырмайым бит. Уларҙың барыһын да ысынлап та файҙалы тип әйтеү урынһыҙ ҙа.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.