Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Декабрь 2023, 13:33

Ябыҡҡың килһә, кетерләп торған ризыҡ аша...

Ғалимдар артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләүселәргә гел ярҙамға килә. Был юлы ла ҙур ғына эш башҡарғандар һәм ҡайһы аҙыҡ-түлектең һөҙөмтәлерәк ябыҡтырыуын асыҡлағандар.    

Ябыҡҡың килһә, кетерләп торған ризыҡ аша...Ябыҡҡың килһә, кетерләп торған ризыҡ аша...
Ябыҡҡың килһә, кетерләп торған ризыҡ аша...

Ғалимдар артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға теләүселәргә гел ярҙамға килә. Был юлы ла ҙур ғына эш башҡарғандар һәм ҡайһы аҙыҡ-түлектең һөҙөмтәлерәк ябыҡтырыуын асыҡлағандар.

 

Нидерланды ғалимдарының хеҙмәте был. Улар ябығырға теләүселәргә ҡаты ризыҡ ашарға тәҡдим итә. Әгәр кешегә ризыҡты оҙаҡлап сәйнәргә тура килһә, ул 50 процентҡа әкренерәк ашай. Тимәк, сама менән 20 процентҡа әҙерәк тә ашай, имеш. Әҙ ашаған кеше ябыҡ булырға тейештер инде.

Ғалимдар 50 кеше менән тәжрибә үткәреп ҡараған. Өҫтәлгә бер күләмдә дүрт ризыҡ ҡуйылған. Икәүһе – үтә ныҡ, икәүһе – минималь эшкәртелгән. Уларҙың берәре ҡаты йә кетерләк ризыҡ булған, ҡалғандары үтә йомшаҡ. Шунан сығып, һығымта яһағандар ҙа.

Ҡыҫҡаһы, ябығам тиһәң, кишер, алма, кәбеҫтә, сохарый кеүек ризыҡтарҙы ашарға. Ә һөйәкле ит был исемлеккә инәме икән? Һөйәк кимергәндә лә апаруҡ тырышырға тура килә лә инде)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Фото: Ф.Рәхмәтуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас