Айырым йәшәгән улының өлкән улы килеп бесән һалышып, һарайын таҙалап, утын индереп биреп ҡайтыр ине.Һуңынан 2-3 һарыҡ ҡына тотто, ҡаҙҙар алып үҫтерҙе. 87 йәшенә ҡарай улына күсеп сыҡты, күҙҙәре лә бик насарайғайны, улы менән килененең балалары ла эйәле-башлы булып бөткәндәр ине. Тик өйөнә кеше һалырға ла, һатырға ла рөхсәт итмәне. «Үлһәм, мине өйөмдә берәй кис булһа ла йоҡлатып, үҙ өйөмдә тәрбиәләп оҙатырһығыҙ», - тип балаларына әйтеп ҡуйҙы. Өйө лә шундай ине шул! Һалынғанына 50-55 йыллап ваҡыт үтһә лә һаман да балҡып, үҙенә тартып тора. Хәҙерге өйҙәрҙәге кеүек ҙур, яҡты тәҙрәләр, тәҙрә төбөндәге матур-матур гөлдәр, шау биҙәкле тәҙрә ҡорғандары был өйҙә зауыҡлы, тәрбиәле, матурлыҡ яратыусы, уны тыуҙырыусы кеше йәшәүе хаҡында һөйләй. Ауыл халҡы алдында ихтирамлы, абруйлы булып йәшәне ул. Өйөнән кеше өҙөлмәне. Тик... был тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Хәкимә әбей ҙә ултырған ерендә генә башы әйләнеп китеп ҡолап таз һөйәген һындырып ҡуйҙы. Дауахананан ыңғай оло ҡыҙы Сәриә үҙенә алып ҡайтты. Бына хәҙер ята үткәндәрен уйлап, хәҙергеһен барлап. Хәтере яҡшы, үткән тормошон байән итә башлаһа йотлоғоп тыңлайһың. Күпте күргән, күпте кисергән кеше шул ул, уның тормошо – үҙе тарих.
*****
–Эй, балаҡайым, яңылышҡанһың бит, - тине Ғылмитдин ҡарт ҡыҙының арҡаһынан һөйөп, - фызыуынан ҡасҡандарҙы төрмәгә ябалар бит... Ирекһеҙҙән генә ебәрҙем бит мин һине, бәләкәй һеңлең илай һинһеҙ.
–Атай, мин генә түгел, Мәһәҙей, Брәтәк ауылдарынан да бар минең менән бергә ҡасыусы ҡыҙҙар.
–Закон ҡаты бит хәҙер ҡыҙым, мирный ваҡыт түгел бит, һуғыш ваҡыты, закондар бик ҡаты бит әле, йә нишләрбеҙ инде? – атаһы бер аҙ шым ғына уйланып алды, унан тағы ҡыҙын ҡосаҡлап яратты ла, – ярай, бер аҙ йөрөп тор, ағайыңдан берәй нисек һорашырмын, шоҡаны тейгәндәй булһа кире китерһең инде, балам, - тип һөйләнеп тағы ла сбруйына йәбеште. Хәкимәнең өлкән ағаһы Сәйфетдин райкомдың аттарын ҡарай, күсер вазифаһын да башҡара. Район үҙәгендә үҙенә бәләкәй генә булһа ла бүлмә биреп ҡуйғандар, ваҡыты булһа ҡайтып әйләнә, әммә һирәк, райком уны бушатмай ҙа тиерлек. Кәләше лә үҙе менән. Кесе ағаһы Нуретдин ауылда, колхоздың да, атаһының да ауылдағы төп терәге. Улдары өсөн артыҡ борсолмай Ғылмитдин бабай, бирешкәндәй түгелдәр, үҙаллылар, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торалар. Тик 2 ҡыҙы үҙәген өҙә...
Нуретдин ағаһы килеп инде лә һеңлеһен күреп ҡыуанысынан һөрәнләп ебәрҙе:
- О-һо. Хәкимә ҡайтҡан бит, көтмәгәйнем, - һеңлеһен күтәреп өйөрөлөп тә алды, – өҫ- баш та керегеп киткәйне, тамаҡ та туйып ҡалыр.
– Кире алып китеп бармаһалар ярай ҙа, - тине атаһы бошоноп ҡына.
- Сәйфетдин ағайым райкомда эшләй ҙә һаң, - тине артыҡ бошоноп тормай ғына Нуретдин. Ғөмүмән, шардыуан кеше ул, атаһы ла шулай ти.
– Һай, улым. улым... Һуң, ағайың бит күсер генә. Юғарылағыларҙың бойороғон бындағы етәкселәр ҙә боҙа алмай.
- Һәй,бер әмәле табылыр әле шунда, - Нуретдин һеңлеһен әйләндереп - әйләндереп ҡараны, - ябығып киткәнһең, һиңә килешә, ҡара-ҡара, әллә үҫә лә төшкәнһең инде, – тип һөйләнеп ыуарама килде. Атаһы ишетмәҫлек итеп һеңлеһенә ниҙер шыбырлап уны ҡыҙартып та алды. Белә шул ул Нуретдин ағаһы уның йөрәгенең нисек янғанын, кем өсөн өҙөлгәнен – атаһын, һеңлеһен уйлаһа ла, Зарифын да һағынып ҡайтты бит ул. Йөрәктәге ялҡынды аралар алыҫлығы ғына баҫа алмай шул! Киреһенсә ҡырҙа эшенән дә, тормошонан да һис йәм, толҡа тапманы, Зарифын һағынып йоҡлай алмай бер булды.
Бәләкәй ағаһы менән Зариф бик дуҫтар, шуға күрә ағаһы Хәкимәнең бөтә серҙәрен белә.
Бына әле лә сәй эсеп бөттө лә һеңлеһенә ишеккә ымланы ла үҙе сығып китте, Хәкимә лә уға эйәрҙе.
-Зариф ҡырҙа эштә ята. Тиҙ генә ҡайтмаҫтар, - тине лә, һеңлеһенең күңелһеҙләнеп китеүен күреп, - һинең ҡайтҡаныңды ишетһә төнөн булһа ла ҡайтып әйләнә инде ул, - тип өҫтәне.
-Ҡуй, хәбәр ебәрмә, йә эт-ҡошҡа тап булып ҡуйыр...
-Эй, шуртым булһынмы уға, урманда йөрөй-йөрөй үҙебеҙ ҡырағайланып, эт ҡайышына әйләнеп барабыҙ инде хәҙер. Хәбәр итмәһәм, эләгәсәк бит миңә, етмәһә һин кире китеп барһаң?
Хәкимә өндәшмәне. Зарифты күрмәһә, Белореттағы кеүек зар- интизар булып йөрөр...
Унда бит үҙенә күрә, кейемен дә бирәләр, норма булһа ла ашау ҙа яҡшыраҡ, ә ауылда йәшәү күпкә ауырыраҡ, тик һағына инде, һағына – ни эшләһен?
Ағаһы эшкә китте, Хәкимә өйгә инеп, һауыт-һабаны йыуырға кереште.
-Йәшерәк шул, - тип уйланы Ғылмитдин ағай, ҡыҙына ҡарап, - бирер ҙә ҡуйыр инем мин уны кейәүгә, фызыуы тип әллә ҡайҙа ебәреп ултырғансы...
Балалары уны бер ни ҙә белмәй тип уйлаһалар ҙа атай кеше барыһын да белеп-күреп йөрөй ине. Зариф Нуретдин менән өйгә килеп инһә,ҡыҙының баҙап төшөүе, Зарифтың башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡыҙына ҡарап-ҡарап алыуы атай кешенең күҙенә эләкмәй буламы һуң? Үҙе лә оҡшата ул егетте: баһадир кәүҙәле, ҡурайсы. Ата-инәле бала.
Ҡайтҡанының икенсе көнөнә Хәкимә йырлай-йырлай йөрөп өйҙө таҙалап алды, атаһының, ағайҙарының, һеңлеһенең кейемдәрен йыуып киптерергә элеүгә киске аш әҙерләр ваҡыт та етте. Йүгереп сығып мунса тоҡандырҙы ла ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙан ашарға бешерергә кереште. Ризыҡ яғы наҡыҫыраҡ булһа ла юҡ түгел. Сәйфетдин ағаһы райкомда ат ҡына ҡараһа ла үҙенән арттырып атаһына ла ярҙам итеп тора,ҡыҙҙарға күлмәклек тауар ҙа ебәргеләй, аҡса ла ебәрә. Ғылмитдин ағай тәүҙә алмаҫҡа уйлаһа ла улы ай-вайына ҡарамай һаман ебәргәс өндәшмәҫкә булды, хатта оло улы менән эстән генә ғорурланып та ҡуйҙы.
Әсәләре бик иртә ташлап китте шул уларҙы. Хәкимәнең үҙенә 10 йәш булһа, һеңлеһе Сәлимәгә 10 ғына ай ине. Әле Сәлимәгә 6 йәш . Хәкимә үҙе бәпләп үҫтерҙе инде уны.Үҙе ашатты, сәстәрен тарап үрҙе, үҙе бәүетеп йоҡлатты, кейендерҙе, сөнки атаһы менән ағайҙары эштән бушаманылар. Тәпәйгә лә үҙе баҫтырҙы һеңлеһен Хәкимә.
Унан... әллә ҡайҙан бынауы ФЗО-һы килеп сыҡты. Ул ФЗО-ға киткәс һеңлеһенең илап Хәкимәне таптырыуын Нуретдин ағаһы хатҡа яҙғайны Хәкимә үҙе төнө буйы буҫығып илап сыҡты, ҡасыуының төп сәбәбе лә ошо ине, ҡалғандары өҫтәмә генә.
Төн урталарында тәҙрә төбөндә генә сут-сут итеп һандуғас һайрап ебәрҙе. Йоҡлай алмай ятҡан Хәкимә эстән генә, - Эй, ошо ағайымды... тәки хәбәр ебәргән, - тип уйлаһа ла үҙе сикһеҙ ҡыуанды. Былай итеп уның Зарифы ғына һайрай ала! Йәһәт кенә кейенеп һөйгәне янына ашыҡты.
- Әллә әйттереп кенә алайым да ҡуяйыммы икән? – тине Зариф һөйгәнен ҡосағына алып.
- Юу-у-уҡ! Яңы 16 йәшем тулды...
-Ҡосағымда үҫерһең әле.
– Эйе һиңә лә... Үҙеңә лә саҡ 17 йәш, ЗАГС –ҡа ҡуймайҙар бит йәш тулмағас.
– Уныһын Әхтәм ағайым менән һөйләшкәйнем дә ул...
Ысынлап та Зариф Әхтәм ағаһына хәлде аңлата биреп ҡуйғайны ла ул, ағаһы асыҡ ҡына яуап бирмәне, көрһөнөп ,,әллә инде, ауыр ваҡыттар бит әле,, - тип кенә яурындарын һикертте, әммә Зариф ағаһының уның һүҙен йыҡмаясағын аңлағайны инде, тик Хәкимәһенең, үҙенең ата-әсәһенең риза булыуҙары ғына кәрәк.
Ауылда аҙна-ун көн тирәһе йөрөүгә иптәш ҡыҙҙарынан сәләм килде, атайҙары кире ебәрергә булған икән. Ғылмитдин ағай ҙа ҡыҙының кире китеүен үтенде. ФЗО-ның төрмәнән яҡшыраҡ булыуын ҡыҙына аңлатырға тырышты. Аңлай ҙа бит Хәкимә, тик һис кенә ауылын ташлап китәһе килмәй шул... Шулай ҙа китергә тура килде. Атаһы уны Брәтәк ауылына иптәш ҡыҙҙары янына илтеп ҡуйҙы. Белорет районы ФЗО №10 – һис онотмаҫ был адресты Хәкимә! Ул киткәндә һеңлеһе йоҡлап ҡалды, уяу булһа һис ебәрмәҫ ине, моғайын. Әсәһе үлгәс, атаһы өсөнсөгә әбей алып ҡараны инде, бына был һуңғы әбейе яҡшы ғына,һеңлеһен тәрбиәләшә, ағайҙарының өҫ-башын да йыуғылап ҡуя, тамаҡ бешерә – шул етмәгәнме ни? Хәкимәгә оҡшай былай, тегеләре кеүек түгел инде.
Берәүһе, тәүге алғаны, үсегеп китеп Хәкимәне яланаяҡ һыуға йүгертте, һыуыҡ ҡышҡы көндә. Ярай әле, атаһы белеп ҡалып ҡаршыһына быйма башы тотоп килде. Шулай ҙа ауырыны Хәкимә, бер өшөп, бер янып, һаташып оҙаҡ ҡына ятып алды. Ул күҙҙәрен асҡанда өйҙә теге ҡатындың эҙе лә юҡ ине инде һәм ул турала бер кем дә ауыҙ асып бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
ФЗО-ла райондаш ҡыҙҙар күп. Брәтәк, Мәһәҙей, Яуымбай ауылдарынан килгән ҡыҙҙар бигерәк алсаҡтар, бер туған кеүектәр. Бик дуҫлашты Хәкимә улар менән, сер һөйләр, кәңәшләшер иптәштәре булды улар. Бына әле лә Хәкимә кире килгәс, улар аптырап киттеләр, сөнки улар уны кейәүгә сығыр, тип уйлағайнылар.
Түбә руднигында эш ҡайнай. «Бөтәһе лә фронт өсөн», «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән лозунг аҫтында эшләй бындағылар. Хәйер, бөтә ерҙә лә шулай инде.Хәкимәләр әле өйрәнсектәр генә, уларҙы нисек руда сығарырға, нисек тейәргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәләр, паек - норма бар, өҫтә хөкүмәт биргән кейем – ә шулай ҙа ауыл һағындыра. 2 ҡыҙ ҡасып ҡайтып китте. Кире килерҙәрме, тип көттөләр, килмәнеләр, төрмәгә ултыртҡандар, тигән хәбәр ҙә ишетелмәне. Хәкимәләр тағы ҡасырға булды һәм паектарынан юлда ашарға икмәк арттырып ҡалдыра башланылар. Ҡасҡандарында август аҙаҡтары ине, шикелле. Ауылда шым ғына, урамға ла сыҡмай бер аҙ йөрөп алды, хатта Нуретдин ағаһына Зарифҡа ла әйтмәҫкә ҡушты ҡыҙ.Үлеп төрмәнән ҡурҡа ине үҙе. Сәлимәне тәрбиәләне, үгәй әсәһенә ярҙам итте, Шәмсийыһан апай уның килеүенә ҡыуанды ғына. Хәкимә кинәнеп оҙаҡ йөрөй алманы, тағы ла районға китергә тура килде.
–Береһе еткерҙеме икән әллә? – тип борсолдо атаһы, йәйләүҙән ҡайтып ҡына тора ине ул.
–Юҡтыр, – тине Шәмсийыһан апай,– йөрөгән ерҙәренән хәбәр килгәндер.
Нуретдин Хәкимәнең районға саҡыртылыуын ишеткәс, һеңлеһенә уҫал итеп ҡараны ла сығып йүгерҙе.
“Зарифҡа йүгерҙе”-Хәкимәнең йөрәге һикереп китте.
Таң менән юлға сыҡтылар. Атаһы бер ни өндәшмәй, йөҙөк ҡапҡан, тиерһең. Хәкимәне өлкән улы ҡулына тапшырҙы ла боролоп ҡайтып китте. Ҡырҙа ятып эшләй атаһы ла, аҙыҡ-түлек алырға ла, кейемен алыштырырға ғына ҡайтып киткеләй. Кисә лә шуға ғына ҡайтҡан ине. Ни эшләһен ҡыҙын алып барырға ла һуҡрана-һуҡрана 1 генә көн бирҙе бригадир Шәрәфетдин. “Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә,” –тиҙәр, дөрөҫтөр инде. Юғиһә бергә уйнап, Иҙелдә һыу инеп, балыҡ тотоп үҫкән иптәше лә бит. Шулай ҙа Хәкимә тышҡа сыҡҡан арала улына райком етәксеһе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәклеген әйтте. Атаһын борсолдормаҫҡа, уның алдында күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышып тороп ҡалды Хәкимә. Иртәнсәк инде Хәкимә үҙенең төрмәгә ултырасағын белгәс һығылып төштө. Ни уйларға, ни ҡылырға белмәне ул. Уйларлыҡ рәте лә юҡ ине, тик мейеһен бер төрлө һүҙҙәр сүкене лә сүкене: “Бер тапҡыр ҡайтҡас етмәйме ни һиңә, ниңә икенсегә ҡасырға? Шулай булаһын белә инең бит, белә инең бит...”
Уның менән бергә килгән еңгәһе нисек тә уны ҡайғыһынан арындырырға тырышты, сәстәренән һыйпаны, йәшле күҙҙәрен үпте, йыуатты:
–Барыһы ла һәйбәт булыр, Хәкимәкәйем, зинһар тыныслан.
Хәкимәне бер генә көнгә, кейем-һалымын алып килергә, тип ҡайтарып торҙолар.
Ни булһа ла булыр, тип Сәйфетдин Хәкимәне етәләп үҙе күсер булып хеҙмәт итеүсе етәксеһенә инде. Уның ул исем – шәрифен дә белмәй ине. Тик етәксеһенең яҡшы даны бөтә районға таралған һәм уны “Иптәш Ҡасҡынбаев”, “Ҡасҡынбаев ағай” тип йөрөтәләр ине, ә хужаның үҙенә Сәйфетдин “ағай” тиеп кенә өндәште. Ҡасҡынбаев Сәйфетдинде бүлдермәй генә тыңланы. Ара – тирә генә һорау биргеләне. Аҙаҡтан оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы һәм:
–Тәүге ҡасҡанын беләләрме? – тиеп һораны.
–Юҡ, атайым, – бында ул турала белмәйҙәр, өндәшеп ҡуймағыҙ, - тине.
–Тимәк, миңә ярҙам итер, тип ышанып һөйләнең инде, - етәксе көлөмһөрәп ҡуйҙы, - ярай, мин тырышырмын. Сөнки үҙең яҡшы егетһең, атайыңдың хәле лә еңел түгел. Хәҙергә һеңлеңде ауылға ҡайтарма. Ана еңгәңә барып картуф ҡаҙышһын, бушап булмай. Хаҡына картуф бирермен.
–Хаҡы кәрәкмәй, тик ярҙам... – Сәйфетдин һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, Ҡасҡынбаев уны бүлдереп:
–Ярай, ярай, барығыҙ, - тип ишеккә ымланы.
Хәкимә, ауылға ҡайтмай Ҡасҡынбаевтың ҡатынына картуф ҡаҙышты.Эштән һуң еңгәһе менән ағаһы ла килде ярҙамға. Ҡаскынбаевтың ҡатыны уларға байтаҡ ҡына картуф биреп оҙатты.
Ҡапҡа төбөндәге әскәмйәлә ултырыусы ике кешене иң алда еңгәһе күрҙе һәм:
– Кемдәр ултыра ул, Сәйфетдин, беҙҙең ҡапҡа төбөндә? – тип иренә ҡараны. Ире ынтылып ҡараны ла:
–Бәй, Нуретдин дә инде, шуны ла танымайһыңмы?- тип еңгәһенән көлөп алды, - икенсеһе Зариф шикелле, эйе шул. Нуретдин менән Зариф гел бергә йөрөй бит, - тип йылмайып һеңлеһенә боролдо. Ҡып-ҡыҙыл булып китте Хәкимә, - бәй, Зариф менән уның тураһында өлкән ағаһы ла белә икән дә... Моғайын, еңгәһе һөйләне инде.
Ул арала Нуретдин менән Зариф ҡаршы килделәр һәм Хәкимә менән еңгәһенең ҡулынан картуфлы биҙрәләрҙе алып, һөйләшеү өсөндөр инде, арттараҡ тороп ҡалдылар. Аш бешеп, сәй ҡайнауға ғына килеп инделәр улар. Улар ингәс, Хәкимә ҡаушауынан үҙен нисек тоторға, ҡулдарын ҡайҙа йәшерергә белмәй мәж килде. Нисек тә ағайҙарының, Зарифтың күҙҙәренә тәл булмаҫҡа тырышты.
Их, был күҙ йәштәре...Ниңә уның күҙҙәрен ҡаплай икән? Хәҙер, хәҙер танау буйлап ағып төшәсәк һәм уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырасаҡтар. Ахырыһы түҙмәне, сәбәп тапҡан булып тышҡа сығып китте, сыҡты ла һығылып төшөп тағы күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Зариф та сыҙаманы, Нуретдингә бер һирпелеп кенә ҡараны ла тышҡа атылды. Иңдәренән Зариф ҡосаҡлап алғас ҡына аңына килде Хәкимә. Әйләнеп, Зарифтың киң күкрәгенә башын һалды ла тағы түгелде.
–Илама, ҡәҙерлем, илама. Мин Әхтәм ағайым менән дә, атайымдар менән дә һөйләшеп килдем.Сәйфетдин ағай менән еңгәй ҙә ҡайта ауылға. Мулла менән дә килешелгән, бер юлы никах уҡытырбыҙ.
– Ә мине... мине ҡайтаралармы һуң, - Хәкимә өмөт тулы күҙҙәрен һөйгәненә төбәне.
– Әлбиттә, әтеү миңә кем менән никахлашырға һуң, Әсмәбикә әбей менән түгелдер бит? – тип уны ҡайғыһынан арындырырға теләп шаярҙы Зариф, асығын белмәүҙән эсе янһа ла.
–Хәкимә,- тип һөрәнләне еңгәһе, ишекте ҡыҫып ҡына, – сәй һыуына, инегеҙ.
–Бар, һин ин, мин саҡ ҡына һуңыраҡ инермен, - тип Хәкимә Зарифтың ҡосағынан ысҡынды.
–Тик һин, илама, йәме, миңә ышан, - Зариф инеп китте. Хәкимә бер аҙ тынысланды, ағаһының эш араһында ҡабалан ғына ярған утындарын рәтләп һала башланы, үҙе лә һиҙмәҫтән бирелеп, утын өйөргә кереште. Эшкә әүрәп, ҡайғыһы ла бер аҙ онотолоп торҙо.
Ағалары тышҡа сыҡҡанда, ул утынды өйөп бөтөп, тап-топтарын йыйыштырып та ҡуйған ине.
– Һе, үҙем өйөр инем әле, - тине Сәйфетдин, эштән сикәләре алланып, күҙҙәре нурланып киткән һеңлеһенә яратып ҡарап, - бар, еңгәң эргәһенә ин, һинең бит йүнләп ашағаның да юҡ.
Нуретдин, ауыҙы ҡолағына етеп, һеңлеһенә ҡараны. Бер аҙ төрткөләп, шаяртып та алыр ине, аҙаҡ ағаһынан эләгәсәк – һапалы, уйлап һөйләүсән, уйлап эш итеүсән Сәйфетдин өйҙәрендә атаһынан ҡала ҙур абруйлы, ауыл халҡы ла бик ихтирам итә үҙен.
Хәкимә Зарифҡа күҙ һирпеп кенә алды ла йүгереп өйгә инеп китте
–Ярай,– тине Сәйфетдин ҡустыларына, – һеҙ, һөйләшкәнсә, ауылға ҡайта тороғоҙ, ә мин райкомға киттем.
+24 °С
Ямғыр







