Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2023, 16:01

Бауырҙан торт

Бауыр – файҙалы ризыҡ. Тәмлекәстәр ҡушып, торт һымаҡ бешерһәгеҙ, яҡындарығыҙ яратып ашар.

Бауырҙан тортБауырҙан торт
Бауырҙан торт
Ярты килограмм бауырҙы йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә. Уға бер стакан һөт, тоҙ, борос, 2 йомортҡа һалып бутарға. Ҡоймаҡ ҡойорлоҡ ҡуйылыҡҡа еткәнсе яйлап он өҫтәй-өҫтәй туҡып, ҡыҙған табаны майлап, ҡәҙимге ҡоймаҡ кеүек бешерәһең.
Торттың эслеге айырым әҙерләнә: 2 – 3-әр ҡалаҡ ҡаймаҡ менән майонезға өс бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалып, бутарға. Ике кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, өс һуғанды турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Әҙер ҡоймаҡтарҙың өҫтөнә тәүҙә – һарымһаҡлы массаны, икенсе ҡатына ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалырға. Шулай итеп, сиратлап ҡатлай-ҡатлай, торт әҙерләйһең. Табынға бирер алдынан берәй сәғәт һыуытҡыста тоторға. Торттың өҫтөн һәр кем үҙенсә биҙәй: кемдер йомартҡаның һарыһын һибә, икенселәр йәшел укроп, кемдер анар (гранат), зәйтүн емештәре менән матурлап сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
 
Фото:inoeda.com
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас