Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2023, 19:01

Яңы йылды сәфәрҙә ҡаршы алам тип...

Яҙмыш күптән күрмәгән туғаны менән осраштыра

Яңы йылды сәфәрҙә ҡаршы алам тип...Яңы йылды сәфәрҙә ҡаршы алам тип...
Яңы йылды сәфәрҙә ҡаршы алам тип...

Яҙмыш күптән күрмәгән туғаны менән осраштыра

Яңы йыл төнөндә төрлө мажараларға тарыған ваҡиғалар аҙ түгел. Бер танышым Яңы йылды ғәҙәттәгесә өйҙә түгел, ә юл сәфәрендә ҡаршыларға теләп, поезда бик күптән күрмәгән өс туған апаһын осратып, төнгө 12-не уның менән ҡаршы алыуы тураһында һөйләне.

-Ни өсөндөр Яңы йылды һәр ваҡыт өйҙә ҡаршы алыу ялҡытып китте һәм уны үҙемсә төрлөсә ҡыҙыҡлы итергә булдым. Бер йылды дуҫтарым менән тәбиғәттә ҡаршы алдыҡ. Икенсе йылда яңы йыл төнөндә икенсе ҡалала йәшәгән туғандарға юлландым. Төнгө 12-не юлда ҡаршы алыу ҡыҙыҡтырҙы. Ләкин был планым тулыһынса килеп сыҡманы. Минең купеға  өс туған апайым килеп кергәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Бығаса донъя мәшәҡәтәренә күмелеп,  күрешеп һөйләшергә лә ваҡыт тапмай торғайныҡ. Поездағы күрешеү, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырырға мөмкилек бирҙе.  Ошо ваҡиғанан һуң аралар яҡынайып китте, йышыраҡ аралаша башланыҡ,- тине танышым.

Бына шулай, йән тартмаһа ла, ҡан тарта тигәндәй, үҙең уйламаған ерҙә алыҫ туғаның күрештереп, араларҙы нығытып ҡуя икән ул тормош тигәнең.

Фото: Ф.Рәхмәтуллина.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас