Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Декабрь 2023, 10:43

Яңы йыл бүләге әҙерләйһегеҙме?

Әлбиттә, һәр кем бүләк алырға ярата. Байрам-фәлән, тыуған көндәр бүләкһеҙ үтмәй. 

Яңы йыл бүләге әҙерләйһегеҙме?Яңы йыл бүләге әҙерләйһегеҙме?
Яңы йыл бүләге әҙерләйһегеҙме?

Әлбиттә, һәр кем бүләк алырға ярата. Байрам-фәлән, тыуған көндәр бүләкһеҙ үтмәй. Иҫәпләп сығарғандар: баш ҡала халҡы Яңы йыл байрамына ҡарата бүләккә уртаса 14 500 һум тотонорға ла риза.

 
 

SuperJob үткәргән һорашыуҙар һөҙөмтәләре буйынса, быйыл Рәсәйҙә бүләк бирергә теләүселәр һаны артҡан да әле. Өҫтәүенә, йомартыраҡ та булырға ниәтләйҙәр.

Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың 82 проценты яҡындарына, дуҫтарына, коллегаларына Яңы йылға бүләк бирәсәк. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 6 процентҡа күберәк. Баҡһаң, Рәсәй халҡының 17 проценты үҙенә лә бүләк әҙерләй. 14 проценты – хеҙмәттәштәренә.

Әйткәндәй, беҙҙең Өфө халҡы былтыр бүләккә 12 300 һум аҡса тотонған, быйылға бүләк аҡсаһы 14 500 һум буласаҡ, тип әҙер торалар. Ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 14 300 һум.

5000 кешенән һорашыу һөҙөмтәһе был. Рәсәйҙең һәр округынан һайлап алғандар.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас