Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2023, 13:41

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Республикала киләһе аҙнала ла һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ.    

Һыуыҡ көндәр дауам итәҺыуыҡ көндәр дауам итә
Һыуыҡ көндәр дауам итә

Гисметеоүҙәк синоптиктары фаразы буйынса,республиканың күп райондарында һауа температураһы-31...-36 градус, ә төньяҡ райондарҙа -40...-43 градус һыуыҡ буласаҡ.

Көньяҡ райондарҙа төндә -23...-28, көндөҙ-20...-25 градус күҙәтеләсәк.

Дүшәмбе көндө лә һыуыҡ булыуы көтөлә. Һалҡын һауа торошо кесе йомаға тиклем дауам итә, йоманан бер аҙ йылытасаҡ.

Синоптиктар белдереүенсә бындай һыуыҡ һауа торошоноң сәбәбе - арктик һауа массаларында һәм поляр антициклон йоғонтоһонан. Ни тиһәң дә еребеҙгә ҡыш килде бит: һыуығы ла, бураны ла, ҡары ла булыр... Ололар әйтмешләй, ҡыштың ҡыш булыуы яҡшы. Һыуыҡтарға бирешмәйек, күңелдәрегеҙҙә һәр саҡ йылы булһын!

Автор фотолары

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас