Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2023, 18:06

Пробниктар зыянлы

Бөгөн косметика  һатылған  магазиндарҙа һәр һатып алыусы ирен буяғыс, һөрмә һәм иннек һатып алыр алдынан уның   йөҙөнә килешеү-килешмәүен тикшереп ҡарай ала.

Пробниктар зыянлыПробниктар зыянлы
Пробниктар зыянлы

Бөгөн косметика  һатылған  магазиндарҙа һәр һатып алыусы ирен буяғыс, һөрмә һәм иннек һатып алыр алдынан уның   йөҙөнә килешеү-килешмәүен тикшереп ҡарай ала.

  Бының өсөн уларҙың һынау өлгөләре (пробниктары) була. Әммә был өлгөләр менән файҙаланыу һаулыҡ өсөн зыянлы түгелме икән? Америка биологтары тикшереү үткәргәндән һуң  уларҙың һәр береһендә  ҡурҡыныс ауырыуҙар тыуҙырыусы бактериялар булыуын асыҡлаған.  Мәҫәлән, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған кешеләрҙең ҡулдарындағы эсәк  таяҡсалары. Бынан тыш, тирелә дерматиттар, фурункулдар һәм экземалар тыуҙырыусы  төрлө  стрептококк һәм стафиликокктар. Ирен буяғыстың  өлгөһөн  ҡул тиреһенә түгел, ә иренгә һөртөп ҡараусы ҡатындарға гепатит йә герпес йоҡтороу хәүефе янай.  Йоғошло ауырыу эләктермәҫ өсөн,  консультанттан бер генә кеше  ҡулланырлыҡ шәхси өлгөнө һорап алырға кәрәк.   Күп кенә  косметика етештереүсе компаниялар  һатыу нөктәләренә  тап шундай тестерҙар сығара.

Ә инде күп тапҡырҙар ҡулланырға ярашлы тестерҙы биткә түгел, ҡул тиреһенә генә һөртөп ҡарарға мөмкин.  Һуңынан иһә уны яҡшы итеп   еүеш салфетка менән һөртөп алырға онотмағыҙ.  Керпектәр өсөн  тушь – бындай ассортиментта иң хәүефлеһе. Уны күҙгә һөртөргә ярамай.  Өлгөнән щеткаһының формаһын ҡарарға ғына мөмкин.  Ирен буяғыстың өҫкө ҡатламын  ҡырып алып, шунан һуң ғына иренгә һөртөп ҡарарға ярай.  Иң хәүефһеҙ биҙәнгес ул дозаторы булған  кершән.   Уны биткә  һөртөргә мөмкин. Пудраны ла  һөртөп ҡарай алаһығыҙ, тик консультант һеҙҙең алда уның  бумалаһын таҙартһын. Күҙ буяй торған ҡәләмде  зарарһыҙландырып була. Бының өсөн уның осларға кәрәк.  Әгәр ҙә консультант быларҙы эшләүҙән баш тарта икән, иң яҡшыһы – башҡа магазинға юлланыу.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас