Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Декабрь 2023, 11:06

Яугир хәтере мәңгелек

Йыл һайын 11 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә “конституцион тәртип урынлаштырырға” инеүен, йәғни беренсе Чечен һуғышы башланыу көнөн билдәләнә.  Бөгөн шул уңайҙан район үҙәгенең Еңеү паркында Чечен һуғышының хәрби хәрәкәттәр ветерандары локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә ҡәнәфер сәскәләре һалды.

Яугир хәтере мәңгелекЯугир хәтере мәңгелек
Яугир хәтере мәңгелек
Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Финат Бикҡужин йыйылыусылар алдында сығыш яһап, беҙҙең бурыс - һуғыш яланында һәләк булған яҡташтарҙы бер ваҡытта ла онотмау һәм батырлыҡ, рух ныҡлығы, хәрби оҫталыҡ өлгөһө күрһәтеп, ҡәһәрле һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙе ихтирам итеү, тине.
 
Ветерандар араһында махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Ғаяз Ғиззәтуллин да бар ине. Ул әлеге көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 
 
 
Эйе, был рәсәй халҡының тарихында ҡайғылы бит. Хәрби бурыстарын үтәгәндә баштары һалған егеттәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

 

Гөлсәсәк Аласова.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас